Һаҡмар
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Әсәәәй! Әсәәкәйем!...

"Мин әсәйһеҙ үҫтем... Әсәй кешенең ҡайһылай икәнен дә белмәнем, сөнки мине тыуҙырып, ҡырҡым тулғас та, әсәйем мәрхүмә булған. Атайымдың әсәһе — өләсәйем көткән мине. Атайым да ташламаны, ҡырҙа йәшәһә лә, мул күстәнәстәр, тәтәйҙәр алып йыш ҡына ҡайтып ҡыуандыра ине. Шулай ҙа, бергә уйнаған ҡыҙҙарҙың әсәләре килеп етәгенә алһа, минең дә әсәйем бар микән, тип уйлай торғайным...Ҡайҙан отҡанмындыр, йырларға яраттым. Балалар баҡсаһында байрамдарҙа гел мине йырлатырҙар ине. 8 Март байрамына ҡарата тәрбиәсе апай бер йыр өйрәтте. Мин шуны уртаға сығып баҫып йырланым.Байрамға килгән әсәйҙәр барыһы ла тиерлек иланы минең йырыма. Улар илағас, минең дә күңел тулды, иң һуңғы куплетты йырлай алмай " ...ҡәҙерләп үҫтергән, мин һинең е -е мешеең..."-тинем дә, өләсәйем алдына барып йығылдым... (Дауамы беҙҙең сайтта)

"Мин әсәйһеҙ үҫтем... Әсәй кешенең ҡайһылай икәнен дә белмәнем, сөнки мине тыуҙырып, ҡырҡым тулғас та, әсәйем мәрхүмә булған. Атайымдың әсәһе — өләсәйем көткән мине. Атайым да ташламаны, ҡырҙа йәшәһә лә, мул күстәнәстәр, тәтәйҙәр алып йыш ҡына ҡайтып ҡыуандыра ине. Шулай ҙа, бергә уйнаған ҡыҙҙарҙың әсәләре килеп етәгенә алһа, минең дә әсәйем бар микән, тип уйлай торғайным...

Ҡайҙан отҡанмындыр, йырларға яраттым. Балалар баҡсаһында байрамдарҙа гел мине йырлатырҙар ине. 8 март байрамына ҡарата тәрбиәсе апай бер йыр өйрәтте. Мин шуны уртаға сығып баҫып йырланым.
Байрамға килгән әсәйҙәр барыһы ла тиерлек иланы минең йырыма. Улар илағас, минең дә күңел тулды, иң һуңғы куплетты йырлай алмай " ...ҡәҙерләп үҫтергән, мин һинең е -е мешеең..."-тинем дә, өләсәйем алдына барып йығылдым.
Оҙаҡ ҡына тыныслана алманы йыйылған әсәйҙәр, бары тик беҙҙең төркөм башҡарыуындағы дәртле бейеүебеҙҙән һуң ғына сәпәкәй һуғып йылмайыштылар.
Өләсәйем мин икенсе класта уҡығанда ҡапыл үлеп китте. Барыбер атайым үҙе менән алманы мине. Кәримә инәйемә ҡалдырҙы. Минән башҡа уның тағы ла дүрт балаһы бар ине. Өләсәй ҡуйынындағы һымаҡ йылылыҡ юғалды бында килгәс. Үҙемде етемәк бәрәс кеүек хис иттем. Ә етемәк бәрәстең нисек икәнен белә инем. Өләсәй имеҙлек имеҙеп, инәһе алмаған бәрәсте тәрбиәләгәйне бер ҡыш. Инәле бәрәстәрҙән буйға ҡайтыш, сибек кенә булып күгүләнгә баҫҡайны шул бәрәс. Гел ситкә ҡарап баҡыра ине, телен аңламағас ҡайҙан беләң инде уға ни кәрәген. Моғайын да инәһенә инәлгәндер... ә уныһы ишетмәмеш, белмәмеш булғандыр...
Йоҡларға ятҡас илау ғәҙәтемә инде. Кәримә инәм саҡ ҡына һыңҡылдауҙы ла ишетһә, икенсе көн һыпырып әрләр ине. "Тамағың асмы, өҫтөң яланғасмы?"- тиер ине гел.
Ас булһам да, яланғас булһам да түҙер инем... хас та мин телен аңламаған бәрәс кеүек, былар ҙа минең зарымды аңламай ине шул...
Киң ҡырҙарға ҡасып, бит -күҙем шешкәнсе "әсәәй! Әсәәәй!"-тип иланым. Шулай тип ҡысҡырһам, эсемдәге бар әрнеүем бер талай баҫылғандай була ине.
Бер ҡасан да әсәйемде күрмәнем, уның ҡосағының йылыһын, ҡулдары наҙын белмәнем, әммә әсәй тигән һүҙҙе әйтеп илап үҙемде йыуаттым..."

Бынан күп кенә йылдар элек, Баймаҡ налог инспекцияһының 313 сө кабинеты төбөндә оҙон сират көткәндә, бер апай миңә ошоларҙы һөйләгәйне. Ул саҡта әле мин бер ни ҙә яҙмай инем. Хикәйәләрҙе әйтәм.
Юҡтан ғына был юҫыҡҡа боролманы беҙҙең хәбәр, бер йәш кенә әсәй бала менән сиратта тора ине. Билдәле, бала тик ултырып сыҙамай, әле йүгерә, әле баҫҡыс буйлап төшөп килә. Һәр кире килгән һайын : "Мам, мам, смотри мам!"- тип, һәр һүҙе һайын әсәй һүҙен ҡыҫтыра ине.
Ниңәлер әсәй кеше баланың өндәшен яратманы, ҡысҡырып тороп әсәй тип башҡа өндәшмәүен талап итте.
Бала бергилке әсәһенә ҡарап тын торҙо ла, улай-былай ҡаранып, тағы һикерәнләргә тотондо.
Бер аҙҙан шым ғына "мааам" тип шыбырлап ҡуйҙы...Әсәй кеше был мәлдә телефон аша бирелеп китеп һөйләшә ине, ул балаһын ишетмәне лә...

Минең менән йәнәш ултырған апай ошо күренештән һуң үрҙә яҙылған үҙенең тормошоноң бер аяныс сатҡыһын һөйләп ҡуйҙы.
Исемен дә белмәнем ул апайҙың, ҡайҙан булыуын да һорашманым. Әммә һөйләгәндәрен онота алманым, гел иҫләп йөрөнөм. Әсәй тиеп илаһам да миңә еңелерәк була ине, тигән һүҙе тетрәндерҙе.
"Балаңдың әсәй тип өндәшеүен тыйма!"-тип ҡаты ғына теге йәш әсәне лә киҫәткәйне ул.

Эҙләп йөрөмәнем, әммә тағы ла бер "әсәй һәм бала" отношениеһы (ҡапыл ғына тел осома килмәне ошо һүҙҙең тәржемәһе, ғәфү) хаҡында тарихҡа тап булдым. Был юлы әсәй кеше күҙ йәштәре аша башҡа берәүгә сер сисә ине.
Үҙеңә төбәлмәгән хәбәрҙе тыңлау яҙыҡ тиһәләр ҙә, оло ғына апай мине һис тартынмай, "килен, тыңла әле һин дә "- тийеүе үҙенә "йомдо".
" Исмаһам бер балам иҙелеп әсәй тип өндәшмәй. Күттәрен йыуып, тамаҡтарын туйҙырғанда ғына әсәй кәрәк ине. Кеше булып таралыштылар ҙа, әсәй һаумы тип бер ауыҙ һүҙ әйтмәйҙәр. Шылтыратһалар ҙа, ҡоро ғына "һаумы!"- тиҙәр. Әсәй, тип тә әйтһәләр, телдәре ҡорой мы ни?!
Әсәй, хәлең нисек, тиһә ни була? Тоталар ҙа, как дела, тиҙәр йә. Как будты мин уларға ят бауыр. Үгәй түгелмен дә һаң, йәнем көймәһә...
Эх... Үҙем әсәй тип әйтмәнем бит, шуның көһөрөлөр инде ул...

--Ҡыҙым, мин һинең әсәйең бит һуң, нишләп ҡасаһың?- тип баҫтырып тотоп һөйә ине әсәм. Белә инем мин уның минең әсәм икәнен. Тик мине өләсәйгә ташлап себергә сығып китеүен яратманым. Алып ҡайтҡан бүләктәрен дә ҡабул итмәнем.
Тик әсәйемдең юл фажиғәһендә үлеп ҡайтҡан мәйете өҫтөндә генә "әсәй, әсәй!" - тип иланым...

Был минең балалар ҙа бер мәл әсәйҙән һалдырырҙар инде, тик мин күрмәм, ишетмәм булыр..."


Ике тарих — мең фәһем.
Әсәй тип асылған бала телен балам тиеп яуаплап яратыр әсәйҙәр булһын.
Йыбанмағыҙ кешеләр, тере саҡта әсәйҙәрҙен ҡәҙерен белеп, һәр хәл һорашҡанда ӘСӘЙ һүҙен әйтергә иренмәгеҙ.
Донъялыҡта юҡ әсәһенә зарлап, әсәй, әсәй, тиеп илағандар булған кеүек, бер мәл ер ярып үкерерҙәй булырһығыҙ ҙа бит, тик һуң булыуы бар.
Өлгөрәйек, ғүмер бик ҡыҫҡа.
Әсәй, һаумы, тип өндәшеүгә ни етә?!
Әсәй, хәлең нисек?-тип эс-бауырыңды өҙөр берәү ул — бала...
Минзәлә Сирғәлина.
Фотосығанаҡ: prayer_heart_of_a_child_1600_w
Читайте нас в