Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт һүҙенең ҡайһыныһы иң матуры?

"Иң матур башҡорт һүҙе" проекты Рәсәй Федерацияһында аналогы булмаған берҙн-бер проект тиерлек. Әйткәндәй, тауыш биреүҙә һин дә ҡатнаша алаһың. #регпроекты

Республикала халыҡ-ара тауыш биреү проекты старт ала. Унда республика халҡы һәм ситтә йәшәгән яҡташтарыбыҙ ҡатнаша ала.

"Иң матур башҡорт һүҙе" проекты уникаль проек. Уның аналогы Рәсәй Федерацияһында юҡ. Проектты Балалар һәм үҫмерҙр үҙәге "Медиаформат" киң мәғлүмәт сараһы һәм "Телешко" балалар телевидениеһы мәктәбе менән республика телдәрен һаҡлау буйынса Башлыҡ гранты ярҙамында ғәмәлгә ашыра.

Әлеге заманда "Мотлаҡ ҡарай торған 100 фильм", "Мотлаҡ уҡый торған 5 китап", "Мотлаҡ бара торған 7 ил" кеүек һ.б. проекттар актуаль булып тора һәм улар юғары рейтинг йыйғандар. Шуға ла тап шундай формат һайлап алынған да инде. Бының өсөн лидер булған иң матур 12 һүҙ һайлап алынасаҡ.

Шулай уҡ халыҡ теленән төшөп ҡалған, йә, иһә, йыш ҡулланылмаған һүҙҙәргә лә иғтибар бүленәсәк. Был телебеҙҙең байлғын һәм төрлөлөгән күрһәтер, тиҙәр ойоштороусылар. Киләсәктә был һүҙҙәр ресторан, балалар белем биреү үҙәктәре, күңел асыу үҙәктәре, парк һ.б. урындарҙың атамалары тап ошо һүҙҙәр менән әйтелер, тигән өмөт тә бар.

Әле "Телешко" телевидениеһының йәш журналистары халыҡтан һорау алыуҙы башланы ла инде. Проекттың промо-ролигын ҡарай тороғоҙ.

Тауыш биреү ике этапта үтә:

1. 1-15 ноябрҙә республика халҡы үҙҙәренә оҡшаған һүҙҙе bashslovo.ru сайтына тәҡдим итә.

2. 22 ноябрҙә тәҡдим ителгән һүҙҙәр араһында иң йыш ҡабатланған 12 һүҙ һайлап алына. Ә иң матур һүҙ 14 декабрҙә -- Башҡорт теле көнөндә иғлан ителә.

Проект авторы Рөстәм Аҙнабаев – режиссер, продюсер, "Телешко" балалар телевидениеһы мәктәбе директоры.

Читайте нас: