Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Пандемия йыл йомғаҡтарын яһау өсөн ҡамасаулай алмай

Уҙған ведомство-ара онлайн кәңәшмәлә Башҡорт теле йылын йомғаҡлау планы төҙөлдө. Башҡорт теле көнөндә, йәғни 14 декабрҙә үтәсәк барлыҡ саралар йылды йомғаҡлаясаҡ. Тулыраҡ сайттан уҡығыҙ.

Башҡорт теле йылы һәр төрлө сараларға бай булды. Бында конкурстар ҙа, концерттар ҙа, фәнни-ғәмәли конференциялар ҙа, эҙләнеүҙәр ҙә, экспедициялар ҙа, күсмә кәңәшмәләр ҙә, интернет-проекттар ҙа инеп китте. Шуға ла, эпидемиологик хәлде күҙ уңында тотоп, йомғаҡлау сараларын ике вариантта үткәреү күҙ уңында тотола. Уның тәүгеһе - онлайн форматты һәм телемарафон булһа, икенсе вариант онлайн күрешеүҙәрҙән, халыҡ менән бергә үткән сараларҙан (әлбиттә эпидемиологик нормаларҙы күҙәткән осраҡта) ғибәрәт.
Республиканың Мәҙәниәт министрлығының ведомство етәксеһе урынбаҫары Наталья Лапшина былай тиеп хәбәр итте:
«Башҡортостандың барлыҡ мәҙәни учреждениеларынан йыйып алынған мәғлүмәттәрҙе ҡулланып, Башҡорт теле йылын йомғаҡлау планы төҙөлдө. Беҙ шулай уҡ башҡа ведомстволар планы менән бә берләштерергә әҙербеҙ. Мессенджерҙар өсөн башҡорт телендәге асылмалар, башҡорт вайндарына - юмористик видеороликтары конкурстарына йомғаҡлау яһау ҡаралған. "Тамға" милли костюм конкурсының һайлап алыу турын иғлан итәсәкбеҙ. Был конкурстың жюриһы дистанцион эшләйәсәк. Был конкурстың да финалы 14 декабрҙә була. Был көндә дефиле һәм күргәҙмә буласаҡ. Иң ҙур проекттарҙың береһе - ул тарихи навигация, башҡорт ырыуҙарының картаһын төҙөү конкурсының дауамы кеүегерәк буласаҡ».
Мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында иншалар һәм һүрәт төшөрөүселәр конкурстары, олимпиадалар үткәреү ҡаралған. Әле шәжәрә, диалектология һәм тыуған яҡтың тарихын өйрәнеү буйынса эҙәрмәндәр конкурсы бара. Уҡыусылар араһында блогерҙар конкурсы үткәреләсәк. Өлкән класс уҡыусылары өсөн башҡорт теленда дебаттар серияһын үткәреү ҡаралған. Был саралар планы тураһында БР Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығының начальнигы Булат Зинуров хәбәр итте.
Башҡорт теле йыллығы сиктәрендә уҙғарылған проекттар һәм бюджет гранты ярҙамында финансталнған проекттар тураһында БР Граждандар йәмғиәте Фонды башлығы Люция Юлыева һөйләп ишеттерҙе.
Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова саралар планын бер нисә көнгә бүлергә, йәғни 12-14 декабргә бүлергә тәҡдим итте.
Читайте нас: