Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле -- башҡорт теле
23 Сентябрь 2020, 00:30

Бөгөн Таңсулпан Ғарипованың тыуған көнө

Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Ғарипова 1947 йылдың 22 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Күсей ауылында тыуған.

БӨГӨН - БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ ХАЛЫҠ ЯҘЫУСЫҺЫ ТАҢСУЛПАН ҒАРИПОВАНЫҢ ТЫУҒАН КӨНӨ
Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Ғарипова - прозаик, драматург. Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы (2018) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2006). Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994).
Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Ғарипова 1947 йылдың 22 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Күсей ауылында тыуған. Хеҙмәт юлында «Ватандаш» журналында эшләй. «Ялан сейәһе» исемле тәүге хикәйәләр йыйынтығы 1982 йылда сыға. Үҙенең әҫәрҙәрендә юғары әхлаҡ ҡиммәттәренең өҫтөнлөгөн раҫлай. «Ай менән Ҡояш бер генә» (1990) повесында төп героиняның донъяға ҡарашы формалашыуы, уның әхлағы нығыныуында ата-әсәһенең, уны уратып алған кешеләрҙең, тыуған ерҙең роле күрһәтелә. «Бөйрәкәй» (1997—2004) роман-эпопеяһы сюжетының ғәҙәти булмауы, стиле, милли колориты уның үҙенсәлеген билдәләй, унда бер ғаиләнең драматик яҙмышы аша Рәсәй тарихының тотош бер дәүере күрһәтелә; әҫәр уҡыусыларҙа ҙур резонанс тыуҙырҙы. Ул «Ямғыр көткәндә», «Бәхеткә ҡасҡандар», «Ғилмияза» һ. б. пьесалар авторы, улар Башҡортостан Республикаһы театрҙарында сәхнәләштерелгән. «Йәй ташы» пьесаһы буйынса 2002 й. «Сөмбөлдөң етенсе йәйе» нәфис фильмы (реж. Б. Т. Йосопов, «Башҡортостан» к/ст) төшөрөлә. Таңсулпан Хизбулла ҡыҙын тыуған көнө менән ҡотлап, сәләмәтлек, тағы ла ижади уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас: