Һаҡмар
+23 °С
Облачно
Антитеррор
Әсәм теле -- башҡорт теле
12 Сентября 2020, 06:22
"Тамға" конкурсы иғлан ителә
Башҡорт милли кейемдәре, биҙәүестәре әҙерләү буйынса конкурста һәр кем ҡатнаша ала. Ҙур приздар фонды әҙерләнгән. Ә инде башҡорт рухлы баймаҡтар йәшәгән төбәк халҡы конкурста мотлаҡ ҡатнашырға һәм еңеү яуларға тейеш!
Кисә Өфөлә “Милли кейемдә халыҡ мәҙәниәте сағылышы” тип аталған “түңәрәк өҫтәл” үтте. Унда ғалимдар, сәнғәт белгестәре, милли кейем етештереүселәр ҡатнашты. БР Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова республикала “Тамға” конкурсы иғлан ителеүе хаҡында белдерҙе. “Ул башҡорт милли кейеменең бренды булдырырға, талантлы оҫталарҙы асыҡларға, башҡорт милли кейеменең ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнергә, һаҡларға һәм үҫтерергә мөмкинлек бирәсәк”, - тине.
Конкурс йыл да ойоштороласаҡ һәм еңеүсе 5 номинацияла билдәләнәсәк: “Башҡорт милли кейеме – реконструкция”, “Заманса стилдә әҙерләнгән авторлыҡ кейеме”, “Балалар кейеме”, “Башҡорт байрам-йола милли кейеме”, “Башҡорт милли биҙәүестәре”.
Гала-күрһәтеү Башҡорт теле көнөндә - 14 декабрҙә үтәсәк һәм еңеүселәр билдәләнәсәк. Ҙур приздар фонды әҙерләнгән. Конкурста һәр кем ҡатнаша ала.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"