Бөтә яңылыҡтар

Бөгөнгө көн ниндәй тарихҡа бай?

Бөгөн 30 июнь, шишәмбе, кәбисә йылының 182-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 184 көн ҡала. Зөлҡәғиҙә айының 9-сы көнө. Ҡояш 4 сәғәт 43 минутта ҡалҡты, 21 сәғәт 56 минутта байый. Көн оҙонлоғо - 17 сәғәт 12 минут ☀ ️Был көн тарихта:

Бөгөн 30 июнь, шишәмбе, кәбисә йылының 182-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 184 көн ҡала. Зөлҡәғиҙә айының 9-сы көнө. Ҡояш 4 сәғәт 43 минутта ҡалҡты, 21 сәғәт 56 минутта байый. Көн оҙонлоғо - 17 сәғәт 12 минут ☀ ️Был көн тарихта:
✍???? Лондон ҡалаһында иң билдәле күпер – Тауэр күпере асылған көн (1894).
✍???? 1908 йылдың ошо көнөндә иртәнге 7-ләр тирәһендә Ергә метеорит ҡолай. Ул Көнсығыш Себерҙәге Тунгус йылғаһы буйына төшкәнлектән метеорит Тунгус исемен ала.
✍???? Воронежда тәүге ике БМ-13 ҡоролмалары (уны яратып “Катюша” тип атайҙар) йыйыла (1941)
✍???? Партияның ХХ съезы һөҙөмтәләре буйынса КПСС-тың Үҙәк комитеты тарафынан “Шәхес культы һәм уның эҙемтәләрен бөтөрөү” тураһында ҡарары сыға (1956).
✍???? Латвияның Тарих музейы тантаналы рәүештә Башҡортостанға Салауат Юлаевтың ҡылысын тапшыра (1986)
????Тыуған көндәр. Боксер Майк Тайсон (1966), дәүләт эшмәкәре Зариф Байғусҡаров (1967)
Байрамдар: ????Рәсәйҙә радиотехник һауаны һаҡлаусылар ғәскәрҙәре көнө
???? Экономистарҙың һөнәри байрамы
???? Енәйәтселәрҙе язаға тарттырыу хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы
Рәсми булмаған байрамдар:
????Халыҡ-ара астероид көнө
????Халыҡ-ара социаль селтәрҙәр көнө.
????Теләк ашһын тип тимер аҡса ташлау көнө.
????Бөгөнгә аҡыллы фекер: Бәхетле булығыҙ! Донъялағы бар яуызлыҡ бәхетһеҙ кешеләрҙән. (Анни Жирардо).
"Хазина" төркөмө.
Читайте нас: