Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Иң тәмле хушбуй еҫе ниндәй, беләһегеҙме?

(Булған хәл)Бер батшаның улы тыуған, ти. Бик көттөрөп, һағындырып ҡына донъяға килгән ул. Батша ҡыуанысынан батшабикәгә ниндәйерәк бүләк биреп шатландырайым икән тип, баш вата башлаған.

Иң ҡиммәтле хушбуй.
Бер батшаның улы тыуған, ти. Бик көттөрөп, һағындырып ҡына донъяға килгән ул. Батша ҡыуанысынан батшабикәгә ниндәйерәк бүләк биреп шатландырайым икән тип, баш вата башлаған. Алтын-көмөшө батша һарайының бер мөйөшөндә өйөлөп ята, затлы кейемдәренең иҫәбе-һаны юҡ, ниҙәр генә уйлап табайым икән тип хуш еҫтәр аңҡыған раузалар баҡсаһы буйлап китеп барғанында, әһә, белдем, ер йөҙөндә бер кемдә булмаған ҡиммәтленән дә ҡиммәтле хушбуй бүләк итәсәкмен, тип үҙ уйынан шатланып, батшабыҙ шул минутта уҡ хәбәр ҙә таратҡан. Кем дә кем, ер йөҙөндә тиңе булмаған хушбуй уйлап таба, шуға фәләнсә алтын, төгәнсә көмөш бирелә, тип сапҡындар улай ҙа сапҡан, былай ҙа сапҡан, ти.
Бына, батша һарайына хушбуй уйлап табыусылар ҙа ағыла башлаған, ти. Батша биләмәһе береһенән-береһе нәзәкәтле, татлы, хуш еҫтәр менән тулған. Барыһы ла шундай хуш еҫле, ти, был хушбуйҙарҙың, ә күңелгә ятып, йөрәктәрҙе татлы ғына хистәргә урары юҡ, имеш.
Ахмалға төшкән Батша, еҫтәрҙән башы ла әйләнә башлаған. Шул ваҡытта ул, ишек төбөндә көлөмһөрәп кенә үҙен күҙәткән бер мосафир ҡартты күреп ҡалған. Асыуланып, һаҡсыларына елтерәтеп үҙ янына килтерергә бойорған.
- Йә, ҡартлас, бәлки әйтерһең нимәһенә шатланып ултырыуыңды, беҙ ҙә ҡыуанырбыҙ, - тигән ул уҫал тауыш менән.
- Эй, Бөйөк Батшам, аҫһаң да, киҫһәң дә мәйелең... Иң ҡиммәтле хушбуйың бит һеҙҙең Батшабикә менән бүлмәгеҙҙә, - тигән ти, мосафир.
- Әле һин минән мыҫҡыл итәһеңме әле? Башын киҫергә был ҡарттың! - тип екергән, ти, Батша.
- Иң ҡәҙерле, иң тәмле, бер ҡасан да ҡабатлап булмаҫ хуш еҫ - ул һинең сабыйыңдың еҫе, Батшам. Юҡ менән булышып хушбуй эҙләгәнсе, Батшабикәң менән кинәнеп еҫкәп ҡалығыҙ бәпес еҫен, - тигән дә, халыҡ аһ иткән ауыҙын йомғанса, мосафир юҡҡа ла сыҡҡан.
...Ә бит хаҡ һүҙҙәр!...
Читайте нас: