Һаҡмар
+2 °С
Облачно
Антитеррор
Әсәм теле -- башҡорт теле
15 Июня 2020, 12:35
Балалар баҡсаларында - башҡорт һәм татар телдәрендә һөйләшкән планшет-смартфондар!
Башҡортостанда һатыуҙа үҙенсәлекле уйынсыҡ гаджеттар барлыҡҡв килде. "БашТой" компанияһы туған телдә һөйләшеүсе ҡурсаҡтарҙан тыш башҡорт һәм татар телдәрендә һөйләшкән планшет һәм смартфондар етештерә башланы. Ул Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты ярҙамында ғәмәлгә ашырылды.
Добавить в предпочтительные источники Google
"БашТой" ЯСЙ-һының етәксеһе Фәнзил Әҙелбаев:
- Был проектты ғәмәлгә ашырыуҙы 2019 йылдың йәйендә үк башланыҡ. Ҙур ғына халыҡ-ара компание менән контракт төҙөнөк. Әле уларҙың продукцияһы 80-дән ашыу илдә ҡулланыла, 40-тан ашыу телдә яңғырай. Интерактив уйынсыҡтарҙан музыкаль плеерҙар һәм смартфончиктар, микрофондар, планшеттар, музыкаль уйынсыҡтар, плакаттар һ.б., шулай уҡ электрон модулле төрлө-төрлө китаптар һ.б. Беҙ 40-лаған ҡыҫҡа йырҙар, 80-ләгән ике юллыҡ шиғырҙарҙы башҡорт һәм татар телдәрендә яҙҙырҙыҡ. Төҫтәрҙе, һандарҙы, хайуан исемдәрен һөйләттек. Барлыҡи шиғырҙар һәм йырҙар махсус был проект өсөн яҙылған. Алфавит та ике телдә яңғыраны. Уйынсыҡтарҙың дизайны ла айырылып тора. Ә бындай туған телдә һөйләшеүсе уйынсыҡтарҙы етештереү идеяһы үҙем атай булғас барлыҡҡа килде.
Уйынсыҡтар Санкт- Петербургта һынау үтте һәм хәүефһеҙлек сертификаты алды. Бындай планшет һәм смартфондар тиҙҙән мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына тиҙҙән бушлай тарата башлаясаҡтар.
"БашТой" ЯСЙ-һы вәкилдәре әйтеүенсә, балалар баҡсаларын тәьмин итеп бөткәндән һуң проект дауам итәсәк. Был юлы уны һатыуға сығарасаҡтар.
Читайте нас
MAX
telegram
вк
дзен
ок
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"