Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Көлгәнгә көлкө

Баҙарҙа әбей алма һатып ултыра. -Чернобыль алмалары, Чернобыль алмалары!-Әбекәй, ҡайҙан алғаныңды әйтмәһәңсе. Һатып алмаҫтар бит.-Алалар, улым алалар. Кемдер начальнигына, кемдер ҡәйнәһенә һатып ала.

Баҙарҙа әбей алма һатып ултыра.

-Чернобыль алмалары, Чернобыль алмалары!

-Әбекәй, ҡайҙан алғаныңды әйтмәһәңсе. Һатып алмаҫтар бит.

-Алалар, улым алалар. Кемдер начальнигына, кемдер ҡәйнәһенә һатып ала.

Көҙ. Ямғыр тамсылары тәҙрәгә моңһоу ғына сиртә. Ел яралы бүре кеүек олой. Әйтерһең дә, бар ғаләм сабый булып илай ине. Бындай ваҡытта йылы юрған аҫтына сумғы килә...

-Иптәш Мирзаянов! Һеҙгә ни өсөн эшкә һуңлауығыҙ хаҡындағы аңлатманы яңынан яҙырға тура киләсәк!

Ҡатын иренә:

-Мин магазинға барып киләм. Һин духовкалағы ҡаҙҙы ҡарап тор!-ти.

Ҡайтһа өйҙә төтөн, ире карауатта ята. Ҡатындың йәне көйөп иренән:

-Шунан хәлдәр нисек? Ҡаҙ нисек?-тип һорай икән.

-Барыһы ла һәйбәт, ҡаҙ духовканан сыҡманы.

Мәғариф министры унынсы мәртәбә берҙәм дәүләт имтихандарын тапшыра алмай, һаулыҡ һаҡлау министры поликлиникала оҙайлы сиратты көткәндә аңын юғалта, депутаттар балалар пособиеһына һәм пенсияға ғына йәшәп бер айҙан аслыҡтан үлер сиккә етә... Шунан һуң ғына алтын балыҡты тотҡан пенсионер бабай уны кире диңгеҙгә ебәрә.

Читайте нас: