Бөтә яңылыҡтар

Баймаҡ районы балалары ижады

Ҡәләм тибрәтергә яратҡан, башҡорт телендәге әкиәт, хикәйә, шиғырҙары менән һөйөндөргән район-ҡала мәктәп уҡыусыларының ижади ынйылары менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ.Батша менән ярлы(әкиәт)Борон-борон заманда йәшәгән, ти бер батша менән ярлы. Батша шул тиклем һаран, ә ярлы шундай сумарт, ти. Бер көндө ярлы утынға барырға булған, асығырмын тип ни бары бер телем икмәк һалып алған, ти.Урманда оҙаҡ йөрөгән ул, эш менән булышып, асыҡҡанын да һиҙмәгән. Ҡапыл бер тауыш ишетелгәнгә ҡарап ебәрһә, янында батша тора икән, ти.

Ҡәләм тибрәтергә яратҡан, башҡорт телендәге әкиәт, хикәйә, шиғырҙары менән һөйөндөргән район-ҡала мәктәп уҡыусыларының ижади ынйылары менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Балалар менән дәрес ваҡытында ғына түгел, ә даими рәүештә шөғөлләнгән уҡытыусыларға, уларҙы баҫмаға еткерергә ярҙам иткән район мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Милли матбуғаттың киләсәге мәктәп эскәмйәһендә үк тәрбиәләнеүе оло әһиәмиәткә эйә.

Батша менән ярлы

(әкиәт)

Борон-борон заманда йәшәгән, ти бер батша менән ярлы. Батша шул тиклем һаран, ә ярлы шундай сумарт, ти. Бер көндө ярлы утынға барырға булған, асығырмын тип ни бары бер телем икмәк һалып алған, ти.

Урманда оҙаҡ йөрөгән ул, эш менән булышып, асыҡҡанын да һиҙмәгән. Ҡапыл бер тауыш ишетелгәнгә ҡарап ебәрһә, янында батша тора икән, ти.

- Һунарға тип сыҡҡайным әле генә, килеп еткәнсе асыҡтым да ҡуйҙымсы. Мине ашатып ебәрмәҫһеңме? - ти икән батша.

Ни хәл итһен ярлы, бер телем икмәген хакимға биреп, ҡайтыр юлға сыға. Ә ҡомһоҙ батша рәхмәт тә әйтергә лә онотоп, ҡарһаланып икмәккә йәбешә.

Шул хәлде бейек ағас башында оя ҡороп себештәр сығарған ҡарға күреп торған, ти. Ул көн дә ҡара таңдан төнгә тиклем бил яҙмай эшләгән ярлыны күҙәткән. Сөнки был кеше икмәк валсыҡтарын һаҡ ҡына йыйып, шундағы ағас төпһәһенә һалып китер булған. Ҡарға был валсыҡтарҙы кескәй ҡошсоҡтарына ашата икән. Ә бөгөн ул икмәкте бай алып ашауын да, ярлының икмәк валсығын һала алмауын да ҡарап торған да, һаран байға шул тиклем асыуы килгән. Ни тиклем байлығы булып та, уның ҡомһоҙ булыуы аптыратҡан.

Ҡара ҡарға байҙы аҡылға ултыртырға була һәм көн дә уның зинданына тишектән йәшерен генә осоп инеп, берәр тәңкә алтын ала, ти. Тәңкәне томшоғона ҡабып ярлының тупһаһына алып барыр булған (һайыҫҡан булһа, әлбиттә, үҙ ояһына ташыр ине).

Ярлы көн дә иртән ҡарға тауышына уянып тышҡа сыҡһа, тупһаһында бер алтын ята икән, ти. Ул аптыраған, хатта тәүҙә алтынға теймәгән. Әммә көн дә шул хәл ҡабатланған. Ҡарға ҡарҡылдауын ишетеүе була - тәңкәләр һаны артып бара, ти. Шунан ғына аңлаған ярлы был мөғжизәнең сере ҡарғала икәнен, тик алтындарҙың ҡайҙан икәнен генә белмәгән. Әгәр белһә, һис шикһеҙ кире алып барыр ине, сөнки ул ғүмере буйы тир көсө менән аш тапҡан.

Ә батшаның ҡомһоҙлоғо, мәскәйлеге шул тиклем көслө булған, ул алтындары ятҡан зинданды бикләп, бер кемде лә индермәгән. Шуға алтындарының юғалыуын да һиҙмәй үлеп киткән, ти.

Ярлы яйлап хәлләнеп киткән, ҡатын алған, балалар үҫтергән. Ябайлығын, сумартлығын ташламаған, ти. Һаман да ҡоштарға икмәк валсыҡтары һалған, ярлы-ябағаны ашатҡан, балаларға тәмлекәстәр таратҡан һәм оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер иткән.

Шулай, үҙең изгелекле булһаң, изгелек һиңә лә әйләнеп ҡайта ул.

Сөмбөл Ҡолмөхәмәтова, Байыш мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы.

Һаҡлайыҡ телебеҙҙе

Башҡорт теле – туған телем,

Хөрмәтләйем мин уны.

Иң матуры - башҡорт теле,

Ҡурайы кеүек моңло.

Башҡорт теле - минең телем,

Ата - әсәмдең теле.

Вәлиди ҙә көрәшкән

Һаҡлап халҡының телен.

Ағайым минең - башҡорт,

Апайым минең - башҡорт,

Балалар булһын башҡорт!

Булмаһын берүк маңҡорт!

Телебеҙҙе һаҡлайыҡ,

Һатылмайыҡ яттарға,

Халҡымдың үлемһеҙлеге -

Тыуған башҡорт телендә.

Бары үҙенең ҡулында!

Лоҡман Хәсәнов, Байыш мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы.

Тыуған еркәйем

Башҡортостан -

Һин йырсылар иле!

Йыраусылар иле – төйәгем!

Һинең моңло йырҙарыңды тыңлап

Илһамланған күпме улдарың!

Ҡурай тартып,

Йырҙарыңды йырлап,

Яуға сапҡан күпме батырың!?

“Буранбай”ҙы, “Тәфтиләү”ҙе һуҙып,

Зар илатҡан аҙмы башҡортоң!?

Абдулланы,

Моңло Рамаҙанды,

Кемдәр тыңлап ғашиҡ булмаған!?

Айҙар Ғәлимовың, Юльяҡшиның

Сит илдәргә даның таратҡан.

Башҡортостан

Һин шағирҙар иле

Һин сәсәндәр ере – илгенәм!

Рәүил Бикбай, Рәми Ғәриповтар -

Береһенән оҫта береһе!

Бөйөк шағир -

Мәшһүр Мостай Кәрим!

Ниндәй ғорур яғырай был исем!

Кем уҡымай, кемдәр генә белмәй,

Аҡһаҡалдың ижад емешен!?

“Үлмәҫбайҙы”,

“Ҡара һыуҙар”ыңды

Кемдәр генә яттан һөйләмәй?

“Оҙон-оҙаҡ бала сағ”ын уҡып

Үткәндәргә ҡайтып урамай?

Башҡортостан!

Һин шағирҙар иле

Йыраусылар иле - Уралым!

Мәңге йәшә Һүҙең,

Моңоң менән

Халҡың күңеленә урелеп!

Фәнзил Мортазин Байыш мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы.

Уян , башҡорт, күтәр башың!

Күк күкрәтеп, йәшен йәшнәгәндә

Тауҙарҙа таш ярыла...

Бәғерҙәрҙе телә яҙмыш -

Башҡорттарым ҡырыла.

Күҙен йомоп, күрәләтә

Упҡынға бата халҡым.

Уян, башҡорт, күтәр башың,

Ғорур булырға хаҡың !

Ҡайҙа һиндә көс-дарманың,

Салауаттың һыҙаты?

Бер ҡасан да баш эймәгән,

Халҡыбыҙ азаматы.

Иле өсөн йәнен биргән,

Ҡанын түккән яуҙарҙа,

Халҡым тиеп яныусылар

Бармы әле, һеҙ ҡайҙа?

Тарих яҙып, дан йырлаусы

Башҡорт үлемһеҙлеген,

Ҡаның менән ташҡа баҫ һин,

Етһә түҙемлелегең.

Тау шыуғанда

Тәүге ҡарҙа, бер булып,

Беҙ бик ҡыуаныштыҡ,

Саналарыбыҙҙы һөйрәп,

Шыуырға йыйылыштыҡ.

Аҡбай йүгерә түбән,

Саналар ыңғайына.

Берәү һуҡты ҡар менән,

Алмаздың маңлайына.

Ғәҙилә Сыңғыҙова, 1-се мәктәптең 9-сы класс уҡыусыһы.

Читайте нас: