Теркәлгәндәр араһында Санкт-Петербург, Свердловск, Силәбе өлкәһе, Первоуральск, Каменск-Уральский, Екатеринбург, Кировоград, Мәскәү, Ноябрьск ҡалаларынан, Яҡутстандан һәм Краснодар крайынан вәкилдәр бар. Шулай уҡ башҡа илдәргә килгәндә, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан (Нурсолтан, Алма-Ата) республикаларынан, Швейцария (Женева), АҠШ (Лос-Анджелес, Нью-Йорк), Германия, Испания, Эстония, Төркиә (Стамбул, Анталия, Фетхие, Эскешихер), Германия (Берлин), Ҡытай (Пекин, Гуанчжоу) илдәрендә йәшәгәндәр ҙә ҡатнаша.
Диктант яҙыуға ҡушылыу өсөн:
1. БСТ телеканалын яндырығыҙ.
2. «Бәйләнештә» (
https://vk.com/video-27097047_456247151 ), «Instagram», видеохостинг «YouTube» (
https://youtu.be/XTaPHuXGLvA ) социаль селтәрендә;
3.
https://bashkdictant.ru сайтына инергә була.
Диктант яҙыуҙа ҡатнашыусылар шулай уҡ
#БашДиктант2020 хештегын ҡуйып, фото төшөп, инстаграмда Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды диуары һылтанмаһын @bash_fond ҡуйырға була. Иң яҡшы фотолар БСТ эфирында трансляцияланасаҡ.