Бөтә яңылыҡтар

Яңы акция старт алды

#ВремяГероевБилал ауылында "Һеҙ китапханаға килмәһәгеҙ, китап һеҙгә бара" исемле акция старт алды.

Билал ауылында өр - яңы "Һеҙ китапханаға килмәһәгеҙ, китап һеҙгә бара" исемле акцияһы старт алды һәм китап таратыусы йәш ирекмәндәр барлыҡҡа килде. Ошо хаҡта китапханасы Райхана Булатова һөйләй:
"Ошоға тиклем дә Билал ауыл китапханаһы оло йәштәгеләр, физик мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең өйҙәренә барып китап ҡалдыра ине. Бөгөнгө үҙҡурсалау ваҡытында китапхананың китап уҡыусыларын кәметмәү маҡсатынан иғлан ителгән акция нисек ойошторолдо һуң? Иң алда ирекмән булырға теләк белдергән йәштәр, студенттарҙың теләктәре иҫәпкә алынды. Улар, Өфөлә күп профилле колледж студенты Артур Ғайсин, Өфө БДМУ медицина колледжы студенты Ләйсән Булатова.
Икенсенән, китап уҡыусыларҙан телефон аша заявкалар ҡабул ителде.
Ирекмәндәр килеүен телефон аша алдан хәбәр ителде. Китап уҡыусылар китапхананан алдан алған китаптарын үҙҙәренең почта йәшнигенә, йә баҡса рәшәткәһенә пакет менән сығарып ҡуя, ирекмәндәр һалынғанды ала, үҙҙәре алып барған китаптарҙы һалып китә. Шулай итеп, беҙҙең билалдар китап уҡый. Бөгөнгө көндә китап уҡырға теләүселәрҙән телефон аша заявкалар ҡабул итеү дауам итә. Ирекмән булғың киләме, әйҙә, беҙгә ҡушыл!"
Читайте нас: