Бөтә яңылыҡтар

Китап уҡыйыҡ бергәләп

Ниғәмәт ауылы китапханаһы үҙенсәлекле акция иғлан итә. #өйҙәяҡшыраҡ#домалучше#ауылменәнуҡыйбыҙ#читаемвсемселом

Гөлбикә Кейекбаева, Ниғәмәт ауыл модель китапханасыһы: "Ауыл менән уҡыйбыҙ" тигән эстафета иғлан итәбеҙ. Шәхси китапханағыҙҙа булған, әлеге мәлдә үҙегеҙ уҡыған китап менән фото төшөп, ҡыҫҡаса эстәлеген яҙып, башҡаларға ла реклама формаһында тәҡдим итәбеҙ ҙә, эстафетаны икенсе китап уҡыусыға тапшырабыҙ. Шәхси китапханағыҙҙың фотоһын ебәрһәгеҙ ҙә шәп буласаҡ. Мин Айгиз Баймөхәмәтовтың "Ҡыҙыҡ был тормош" тигән китабын уҡыным. Китапты үткән аҙнала яратҡан яҙыусыбыҙ почтанан миңә бүләк итеп ебәргәйне. "Апай, һеҙҙе яҡшы хәтерләйем. Ауылығыҙҙа үткән осрашыу шәп булды. Адресығыҙҙы яҙығыҙ, китап ебәрәм", - тип хәбәрләшкәйнек, тиҙҙән ҡыуанып китапты ҡулға алдым, бер көндә уҡып сыҡтым. Бик шәп яҙылған, оҡшаны. Автор менән булған ҡыҙыҡлы һәм фәһемле мәҙәктәр һәм хикәйәләр тупланған йыйынтыҡты башҡаларға ла тәҡдим итәм. Кәйефтәрҙе күтәреп уҡып алайыҡ, төшөнкөлөккә бирелмәйек. Эстафетаны "Ағинәйҙәр" клубы рәйесе Фәрзәнә Йәүҙәт ҡыҙына тапшырам. Әйҙәгеҙ, хәйерле сәғәттә! Хөрмәтле ауылдаштар, бер кем дә эстафетанан ситтә ҡалмаһын!"
Читайте нас: