Һаҡмар
+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт теле - әсәм теле!

Эстафетаға ҡушылығыҙ!

2020 йыл - Башҡорт теле йылы уңайы менән Балалар ижады үҙәгенең фольклор берекмәләре араһында "Башҡорт теле - әсәм теле" исемле эстафета иғлан ителде. Уны "Шатлыҡ" фольклор берекмәһе (етәксеһе Иҙелбаева Р. С. ) уҡыусылары һәүәҫкәр композитор Р.Ғәйетбаеваның "Башҡорт теле - әсәм теле" исемле шиғыры менән башлап ебәрҙе.
Эстафета бөгөн дә дауам итә. Онлайн форматында унда әсә теленә арналған шиғырҙар, мәҡәлдәр, йырҙар яңғырай. "Шатлык" берекмәһе эстафетаны тел менән ҙурлаһа, "Серле йондоҙҙар" (етәксеһе Торсонбаева Б. К), "Йәншишмә" (Халиҡова Р. А), "Йәнтөйәк" (Әхмәтова А. С. ) берекмәләре уҡыусылары башҡорт теленең ни тиклем бөйөк, матур икәнлеген күрһәтте.
Тарих төпкөлөнән мираҫ итеп бирелгән телебеҙҙе һаҡлайыҡ, ҡәҙерләйек!
Читайте нас: