Бөтә яңылыҡтар

Викторинала ҡатнашығыҙ!

Бөтә донъяны солғап алған киҙеү мәлендә үҙизоляция иғлан ителгәс, бөгөнгө китапхана эшен мин интернет селтәрендә ойоштороп, викторина үткәрергә булдым. Һорауҙар шағирҙар, яҙыусылар, китаптар һәм халыҡ ижады буйынса булыр. Бөтәгеҙҙең дә әүҙем ҡатнашыуығыҙҙы һорайым. Бөтә һорауҙарға ла яуап биргән еңеүсене билдәләп китербеҙ.Башланыҡ! #домаяҡшыраҡ#Күгиҙелауылкитапханаһы

Бөтә доньяны солғап алған киҙеү мәлендә үҙизоляция иғлан ителгәс, бөгөнгө китапхана эшен мин интернет селтәрендә ойоштороп,
викторина үткәрергә булдым. Һорауҙар шағирҙар, яҙыусылар, китаптар һәм халыҡ ижады буйынса булыр. Бөтәгеҙҙең дә әүҙем ҡатнашыуығыҙҙы һорайым. Бөтә һорауҙарға ла яуап биргән еңеүсене билдәләп китербеҙ.
Башланыҡ!
1. Ете ырыу” әҫәренең авторы.
2. Ырыуҙар вәкиле.
3. “Алдар батыр ҡиссаһы”әҫәренең авторы.
4. “Эйәрләнгән ат”әҫәренең авторы.
5. Ҡаһым түрә, Гете тураһында ниндәй әҫәрҙә яҙылған?
6. Халыҡ ижадына нимәләр инә?
7. Ҡатын-ҡыҙ яҙмышы тураһындағы йырҙар.
8. Нимә ул риүәйәт?
9. Нимә ул сеңләүҙәр?
10. Кем ул Х.Әхмәтов?
11. “Егеткә”, “Уралым”, “Тыуған илем” шиғырҙарының авторы.
12. “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” шиғырының авторы.
13. “Үҙем һәм халҡым”, “Гөлдәр баҡсаһында”, “Мин ҡайҙа” шиғырҙарының авторы.
14.”Зәки – Башҡортостан терәге”, “Салауат батыр”, “Ҡурайҡайға”шиғырҙарының авторы.
15.”Тимеркәй фәлсәфәһе”әҫәренең авторы.
16. “Айбикә”повесының авторы.
17.Баймаҡ районынан сыҡҡан яугир яҙыусылар.
18. “Айгөл иле”драмаһының авторы.
Әлиә Дауытбаева,
Күгиҙел ауылы китапханасыһы.
Читайте нас: