"Ағинәйҙәр" ҡоро - онотола барған милли йолаларҙы тергеҙеп - матурлыҡты, уңғанлыҡты, ғәҙеллекте данлаған әкиәттәр , хикәйәләр һөйләп йәш быуынды әҙәбиәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләп , боронғо йолаларыбыҙҙы һаҡлап ҡалыусы ғына түгел , уларҙы тергеҙеүсе булараҡ та киң танылды. Милләт яҙмышына, ауыл тормошона битараф булмаған, Өмөтбай" Әүлиә" ағинәйҙәр ҡоро, йәш быуынды халҡыбыҙға хас матур рухта , сәләмәт, белемле тәрбиәләү яғында. Ә беҙгә күп ваҡыт сараларҙы ойошторырға, үткәрергә ваҡытлы матбуғат баҫмалары ярҙамға килә. Ваҡытлы матбуғат биттәрендә беҙ үҙебеҙгә кәрәкле материалдар табабыҙ, гәзит журналистары менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ. Әле ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу башланды . Беҙ Өмөтбай ауылы " Әүлиә "ағинәйҙәр ойошмаһы ағзалары , районыбыҙҙа башҡорт телендә сыҡҡан , "Һаҡмар" гәзитенә берҙәм булып яҙылып та ҡуйҙыҡ һәм беҙ " Һаҡмар " гәзитенә яҙылайыҡ - милләтебеҙҙе ҡурсалайыҡ "-тигән эстафета иғлан итеп , район ағинәйҙәрен , ҡатын - ҡыҙҙарыбыҙҙы, милләттәштәребеҙҙе эстафетала ҡатнашырға саҡырабыҙ. Беҙ Өмөтбай ауылы ағинәйҙәре эстафетаны Билал ауыл ағинәйҙәренә, (рәйесе Гөлдәр Юлмухаметова) тапшырабыҙ. Улар үҙ сиратында гәзиткә яҙылып эстафетаны Күгиҙел ағинәйҙәренә, күгиҙелдәр һәмәндәргә, Һәмән ағинәйҙәре Таһирҙарға һ.б. тапшырыр. Хөрмәтле район ағинәйҙәре, әхирәттәр милли матбуғат яҙмышы беҙҙең ҡулда икәнлеген онотмайыҡ, данлыҡлы йылғабыҙ исемен йөрөткән " Һаҡмар " гәзитенә - яратҡан гәзитебеҙгә яҙылайыҡ, уҡыйыҡ, таратайыҡ. Быйылғы йыл республикала" Башҡорт т еле " йылы тип иғлан ителде. Төп башҡорт милләтенән торған Баймаҡ районы халҡын район гәзитенә яҙылырға саҡырам.