Бөтә яңылыҡтар

Бергәләп башҡортса уҡыйыҡ

Бәйләнештә селтәрендәге башҡортса китаптар тупланған төркөмдәргә байҡау

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы "Бәйләнештә" селтәрендәге башҡортса китаптар тупланған төркөмдәрҙе тәҡдим итә:
• Китаптар
https://vk.com/kitaptarproject
Сайты: https://kitaptar.bashkort.org
Иң билдәле китапханаларҙың береһе. Бында 1800-ҙән ашыу китап тупланған. Араларында фәнни баҫмалар, сәсмә әҫәрҙәр бар. Башлыса башҡорт әҙәбиәте классикаһы.
• Китаптариум https://vk.com/club67647694
Төркөм китап уҡырға яратыусылар өсөн. Бында башҡорт телендә лә, рус телендә лә әҫәрҙәр туплана. Форматтары төрлө.
• "Борон-борон заманда..." https://vk.com/boron_boron_zamanda_akiat…
Төрлө йәштәге балалар өсөн әкиәттәр.
• Башҡорт балаһы мин https://vk.com/bashkort_balahy_min
Балалар өсөн әҙәбиәт. Аудиоварианттары ла осрай.
• Миләүшә Ҡаһарманова
https://vk.com/milyasha_kagarmanova
Журналист, яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманова төркөмдө үҙе алып бара. Үҙ әҫәрҙәре менән дә, коллегаларыныкы менән дә уртаҡлаша.
• Хикәйәләр
https://vk.com/club192878295
Бында төрлө авторҙарҙың хикәйәләре ҡуйылған
• Башҡортса хикәйәләр
https://vk.com/hikayabash
Шулай уҡ хикәйә- повестар менән танышырға, китаптар менән алмашырга мөмкин. Навигация уңайлы.
• Башҡортса китаптар
https://vk.com/club86817584
Башлыса башҡорт әҙәбиәте классикаһы.
• Башҡорт теле уҡытыусылары порталы
https://vk.com/club31352255
Исеменән үк күренеүенсә, башлыса методик баҫма, дәреслектәр. Төркөм бик әүҙем. Уҡытыусылар тәжрибәләре менән дә уртаҡлаша.
• Книги о башкирах, тюрках и Урале
https://vk.com/club43837739
Атамаһынан уҡ аңлашыла. Шаҡтай популяр төркөм.
• Шиғырҙар. Башҡортса
https://vk.com/club48299071
Сағыштырмаса йәш төркөм. Әммә ябайлығы менән тарта.
• Китапташ
https://vk.com/kitaptash
Төркөм әле әүҙем түгел. Шулай ҙа шаҡтай бай китапхана тупланған.
• Китаптар донъяһында
https://vk.com/kitap_dus
Төркөм әле яңыртылмай, әммә элек һалынған китаптар бар.
• Ҡыҙыҡлы топонимика
https://vk.com/club73607076
Китаптар һирәк, әммә мауыҡтырғыс мәғлүмәт етерлек.
• Башҡорт телен һаҡлау фонды һуңғы осорҙа шулай уҡ төркөмдө китаптар, аудиокитаптар менән тулыландыра башланы.
• Аудиокитаптар күпселек башҡа төркөмдәрҙә лә осрай.
Аудиокитаптар
https://vk.com/bashaudiokitap
Иң ҙур база -
Юлдаш, https://vk.com/uldash_fm,
• Ашҡаҙар радиоларында https://vk.com/radioashkadar.
Был төркөмдәрҙә аудиоәҫәрҙәр йышыраҡ ҡуйыла. Хәйер, радио тыңлаусылар уларҙы эфирҙа ла ишетәләр. Ышанабыҙ, һеҙ был радиостанцияларзың иң тоғро тыңлаусыларылыр :)
Дуҫтар, исемлекте бергә тулыландырайык - комментарийҙарҙа өҫтәп яҙығыҙ. Китаптарҙы таратайыҡ, уҡыйыҡ!
Читайте нас: