Һаҡмар
-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

"Урал эпосы" бөгөнгө хаҡиҡәткә тап киләме?

Бынан меңәр йылдар элек “Урал батыр” эпосын бар иткән халыҡ аҡылын, эпостағы тәғлимәттәрҙе бөгөнгө көн менән сағыштырайыҡ.

Бынан меңәр йылдар элек “Урал батыр” эпосын бар иткән халыҡ аҡылын, эпостағы тәғлимәттәрҙе бөгөнгө көн менән сағыштырайыҡ. Ун йүнәлеште генә алайыҡ.
1. Тау буйҙары йәшәрһен,
Мәңге үлмәҫ төҫ алһын.
Тәбиғәтте һаҡлау, уны мәңгелек итеү.
2. Еҫерҙәрҙең алдында
Күҙенә керпек булығыҙ.
Ҡараусыһыҙ ҡалған ҡарттарға, етем ҡалған бала-сағаға ярҙам ҡулы һуҙыу. Элек башҡорттарҙа балалар йорто тигән төшөнсә лә булмаған. Етем-еҫерҙе туғандары алған.
3. Ил ынйыһын йәшереп
Ергә күмеп ҡуймаҫҡа.
Ил ынйыһын, ер байлығын, дәүләт милкен намыҫһыҙ бәндәләр ергә күмергә әҙер генә торалар. Самаһыҙлыҡтың да самаһы бар бит!!!
4. Яҡшының эскәне – һыу булыр,
Ямандың эскәне – ыу булыр.
Ыу йәғни алкоголле эсемлектең кешене бөлгөнлөккә төшөргәнен шул замандарҙа уҡ иҫкәртә килгән халҡыбыҙ.
5. Ил күрергә сыҡтым мин,
Ер ҡошонан түгелмен, -
Йәшәй торған илем бар,
Илһеҙ етем түгелмен.
Атай-әсәйһеҙ генә түгел, ә илһеҙ ҡалыуҙың да етемлек икәнлеген, туған илдең сикһеҙ яҡын булыуы кинәйәләп аңлатыла эпоста.
6. Атамдың хаҡы өсөн,
Әсәмдең хәтере өсөн,
Тағы ла бер һынайым.
Тура юлдан тайпылған, ҡыйыҡ юлға баҫҡандарҙы тура юлға төшөрөү өсөн, тәнҡит, әр, мыҫҡыллау, кәмһетеү, оялтыу һәм башҡа ысулдар менән түгел, ә уны ҡабат-ҡабат һынап тәрбиәләргә кәрәк тигәнгә ишара.
7. Күккә менер баҫҡысһыҙ,
Ерҙе асыр асҡысһыҙ.
Ғилемдең ниндәй юғарылыҡҡа күтәрелерен һәм уға эйә булырға кәрәклеге тураһында кинәйә.
Шул уҡ ваҡытта туған телдәң әһәмиәте хаҡында ғәжәп фекер бар.
Илеңә хужа булыу телеңә хужа булыуҙан башлана. Эпоста Зәрҡүм атаһы Ҡәһҡәһәне еңеү, батшалыҡты ҡулға төшөрөү юлын Уралға былай тип өйрәтә:
Атам һине ҡурҡытыр,
Уныһынан да ҡурҡма һин,
Һаман телен һора һин...
Урал батыр Ҡәһҡәһәнең теленә хужа булғас, иленә лә батша була.
8. Яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ
Ҡыла торған йола бар.
Кеше һиңә әллә күпме яҡшылыҡ эшләп тә аҙ ғына хәтерен ҡалдырһа, барыһы ла онотола. Ә үҙең яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ ҡылдыңмы? тигән һорау зиһенеңдә онотолмаҫ урын алырға тейеш. Шул саҡта кеше менән кеше мөнәсәбәте күпкә яҡынайыр, йылыныр.
9. Олоно оло итегеҙ,
Кәңәш алып йөрөгөҙ.
Кесене кесе итегеҙ,
Кәңәш биреп йөрөгөҙ.
Башҡорт халҡында туғанлыҡ тойғоһо көслө булған. Шуның өсөн дә Шүлгән Уралға ҡарата ниндәй генә яуызлыҡ ҡылһа ла ағай хаҡы һаман өҫтөнлөк ала килә. Ошо мөнәсәбәт халҡыбыҙ йәшәйешендә ҙур әһәмиәткә эйә булған. Итәғәтле, ярҙамсыл, кешелекле, иғтибарлы, яғымлы булыу кеүек тойғолар балала бәләкәй сағынан тәрбиәләнә. Ә бындай тәрбиә туғанлыҡ атамалары менән өндәшеүҙән башлана. Атай, әсәй, ҡайны, Ҡәйнә, бейем, апай, ағай, ҡустым, һеңлем, бикәс, балдыҙ... Ниндәй матур туғанлыҡ атамалары! Беҙ бөгөн туғанлыҡ атамаларын онота барабыҙ. Хатта иренең әсәһенә ӘСӘЙ, атаһына АТАЙ тигән килендәр ҙә бар. Балаң үҫкәс, һеҙ ағалы-һеңлелелеме тип һораясаҡ бит атаһы менән әсәһенән.
10. Йәншишмәнән һыу алып,
Үлгәндәрҙе терелтеү
Өсөн тыуған батырмын…
Ни сәбәптәндер онотолған, йә оноторға мәжбүр ителгән шәхестәребеҙҙе, тарихыбыҙҙы халҡыбыҙға кире ҡайтарыу. Халыҡ элек-электән йәш быуынды затлы шәхестәр өлгөһөндә тәрбиәләгән.
Һәр беребеҙ ошо тәғлимәттәрҙе уҡып, фекер йөрөтәйек әле. Эпос аманатына хыянат итмәнекме?
МӘРЙӘМ Бураҡаева.
Читайте нас: