Бөтә яңылыҡтар

Таҡмаҡ әйтә йәштәр...

Яҡташыбыҙ, Юлыҡ ауылы һылыуы Илүзә Янбаева уҙған йыл Башҡорт телен үҫетереү һәм һаҡлау фонды тарафынан үткәрелгән гранттар конкурсында үҙ көсөн һынап ҡарарға итә. “Республика таҡмаҡтар бәйгеһе” тип аталған проекты менән ул еңеп сыға. Һәм “Һаҡмар” гәзите был конкурстың “Иң үткер башҡарыусы” номинацияһы буйынса партнеры булып тора. Илүзә Илдар ҡыҙы Янбаева менән булған әңгәмәбеҙ тап ошо турала.

Яҡташыбыҙ, Юлыҡ ауылы һылыуы Илүзә Янбаева уҙған йыл Башҡорт телен үҫетереү һәм һаҡлау фонды тарафынан үткәрелгән гранттар конкурсында үҙ көсөн һынап ҡарарға итә. “Республика таҡмаҡтар бәйгеһе” тип аталған проекты менән ул еңеп сыға. Һәм “Һаҡмар” гәзите был конкурстың “Иң үткер башҡарыусы” номинацияһы буйынса партнеры булып тора. Илүзә Илдар ҡыҙы Янбаева менән булған әңгәмәбеҙ тап ошо турала.

-- Конкурс тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт биреп үтһәң...

-- Был бәйге башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды ярҙамында үткәрелә. Таҡмаҡтар әйтешендә кәмендә ике кеше ҡатнашырға тейеш, йәш сикләүе юҡ. Милли кейемдәр, башҡорт халыҡ инструменттарын ҡулланыу хуплана. Ҡатнашыусыларға таҡмаҡтарҙы төрлө сығанаҡтарҙан алып та, үҙҙәре ижад итеп тә башҡарыу мөмкинлеге бирелә. Контентты йәштәр үҙҙәре заманса итеп, сифатлы һәм уникаль итеп эшләп ебәрергә тейешле. Йәғни төшөрөү идеяһы, сюжеты конкурсант ҡарамағында. Ә бына башҡорт милли мәҙәниәтен күрһәтә белеү мөһим. Шулай уҡ видео 1-3 минуттан артмаһын. Эштәр 30 июнгә тиклем ҡабул ителә.

-- Ни өсөн таҡмаҡ жанрына өҫтөнлөк бирелде?

-- Интернет селтәрендә башҡорт телендә контенттар бар, улар үҫә, әммә ниндәйҙер уникаль һәм үҙенсәлекле контент етмәй. Социаль селтәргә ниндәйҙер вируслы контент кәрәк ине. Таҡмаҡ – ул халыҡ ижадының ынйыһы, уның хазинаһы һәм тел байлығы. Халыҡ араһында был жанр киң таралған, уны элек-электән әйтешкәндәр һәм хәҙерге заманда ла ул актуаллеген юғалтмай. Ғөмүмән, таҡмаҡтар күңелде күтәрә, дәртләндерә, кешенең тел үткерлеген һәм ижади һәләтен күрһәтә. Әммә һуңғы йылдарҙа был жанр төрө иҫкерә бара. Социаль селтәрҙәрҙә һәм былай тормошто алып ҡараһаң, 70% таҡмаҡтар бәйгеһендә өлкән йәштәгеләр өҫтөнлөк итә. Миҫалға башҡортса барған “Үәт,әй!” рэп-баттлын ғына алып ҡарайыҡ. Был төркөмдөң 6200 ҡатнашыусыһы бар. Тик ул мәҙәниәтте күрһәтеүгә, ижадты байытыуға, телде үҫтереүгә йүнәлтелмәгән. Шулай уҡ интернет селтәрендә сифатлы, үҙенсәлекле һәм заманса итеп башҡарылған таҡмаҡтар бәйгеһе лә, контент та юҡ.

Республика таҡмаҡтар видеконкурсы “Таҡмаҡ Батл—2020” тап йәштәрҙе ижадҡа, мәҙәниәткә ылыҡтырыр, ҡыҙыҡһындырыр, тип ышанабыҙ.

-- Ниндәй критерийҙар буйынса еңеүселәр билдәләнәсәк?

-- Жюри ағзаһы башҡорт телендә һөйләшеү кимәлен, башҡара белеү оҫталығын, мәҙәниәткә ижади ҡарашын баһалай. Призлы урындарҙан тыш биш номинация ҡаралған. “Иң оҫта башҡарыусы”, “Иң йәш ҡатнашыусы”, “Тамашасы һөйөүе”, “Үҙенсәлекле башҡарыусы”, “Иң үткер башҡарыусы” номинациялары билдәләнә. Еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр һәм дипломдар тапшырыла, ә бар ҡатнашыусылар сертификаттар ала. Ғөмүмән, конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте махсус булдырылған “Таҡмаҡ Батл—2020” төркөмөнән алырға була.

-- Конкурста ҡатнашыусыларға ниндәй теләктәр теләр инең?

-- Барығыҙҙы ла был конкурста ҡатнашырға саҡырам! Үҙ ижади һәләтегеҙҙе, үткерлегегеҙҙе һынап ҡарағыҙ. Халыҡ ижадын бергәләп байытайыҡ, үҫтерәйек. Башҡорт телендә матур, эстәлекле һәм ҡыҙыҡлы видеояҙмалар булдырайыҡ. Әйҙәгеҙ, дәррәү генә, күңелле итеп таҡмаҡтар әйтешеп алайыҡ!

-- Әңгәмәң өсөн рәхмәт! Уңыштар теләйем.

Эльмира Кейекҡужина.

Читайте нас: