Бәхетлемен тиеп күп һөйләмә -
Бәхет һөйләгәнде яратмай.
Ҡыңғырауҙар тағып, дөңгөр ҡағып
Бәхетлемен тиеп кем һөйләмәҫ -
Шаулай микән хаҡын белгәндәр!?
Байраҡ итеп болғай, асылында,
Бәхет тәмен күрмәй күргәндәр.
Гел һайрауҙар ситтән ҡарағанда
Арзан маҡтаныуҙай күренә...
Көнләштермә! Бәхетленән бигерәк,
Бәхетһеҙгә әҙәм һөйөнә...
Күтәрә бел осондорор хәлең,
Ҡайғынан да ауыр бәхеттер...
Ҡайғы килһә - иман, аҡыл нығый,
Бәхет тиңе - аҙғын тәхеттер.
Бәхетеңде артыҡ күп күрһәтмә,
Кемгә кәрәк кеше бәхете?!
Үҙҙәренән бәхетлене күреү -
Бәғзеләрҙең бөтмәҫ хәсрәте.
Күп һөйләмә, күп тантана итмә,
Үҙең бел дә, үҙең ҡәҙер ит!
Беҙҙең бәхет үҙебеҙгә яҙған,
Тик үҙебеҙ күрер тәҡдир бит!