Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Матур ғаилә - ил күрке

Бөгөн Ишбирҙе мәктәбендә "Башҡорт теле йылы"н асыу тантанаһы үтте.#национальныепроекты

Матур ғаилә – ил ҡото, тиҙәр. Бөгөн Ишбирҙе мәктәбендә "Башҡорт теле йылы"н асыу тантанаһы үтте. Унда ауылыбыҙҙың иң әүҙҽм ата-әсәләр “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” бәйгеһендә ҡатнашты. Ишбирҙе, Йылым ауылдарының матур, һоҡланғыс ғаиләләре үҙҙәренең маһирлығын, саялығын, таланттарын күрһәтеп, көс һынашты. Улар - Йылымдан Зәриә, Рөстәм, Тимерхан, Ильяс, Ғайсар Рәхимовтар, Йылым ауылының хөрмәтлҽ ағинәйҽ Фирҙәүҽс Кҽйҽкбирҙина, Дилә, Иҙрис, Нураниә Кҽйекбирҙиндар, Ишбирҙенән Гөлназ, Мирғәле, Юлиә, Данияр Хәсәновтар. Бәйгелә балаларында милли рух тәрбиәләгән, әҙәп-әхлаҡты өҫтөн ҡуйған, милли йолаларҙы үҫтергән, башҡорт мәҙәниәтен юғары кимәлгә күтәргән, иманлы ғаиләләрҙең бәхет серҙәренә төшөндөк. Кунаҡтар башҡорт халҡының милли йолаларын күрһәтте, милли аш-һыуға реклама эшләнеләр, концерт номерҙары бүләк иттеләр, шаян һорауҙарға тапҡыр яуап таптылар, пантомима сәхнәләштерҙеләр.
Бәйгҽнҽң бөтә баҫҡыстарын да уңышлы үтҽп, Рәхимовтар - "Милли йолаларҙы һаҡлаусы", Хәсәновтар - "Иң музыкаль", Кҽйҽкбирҙиндар "Тҽл байлығын һаҡлаусы " номинацияларында еңеүсҽләр тип билдәләндҽ. Уларға иҫтәлҽклҽ бүләктәр тапшырылды.
Ләйсән Дәүләткилдина,
мәктәп директоры.
Читайте нас: