Һаҡмар
+6 °С
Облачно
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Әсәм теле -- башҡорт теле
16 Марта 2020, 16:20
Үс итәм дә. . .
. . . Яҙмыш миңә биргән юғалтыуҙар, Ҡайғы-һынауҙарға үс итеп, Эй йәшәгем килә донъяларҙа Бәхет-шатлыҡтарҙы иш итеп! . . Фирүзә Абдуллинаның иҫ киткес матур шиғырын тулы килеш беҙҙең сайтта уҡығыҙ.
Үс итәм дә…
Үс итәм дә бөгөн сибәр булам!
Бөтәһе лә, әйҙә, һоҡланһын!
Минең матурлыҡты бөтәһе лә
Күреп, ғәжәпләнеп, таң ҡалһын!
Иң бәхетле бөгөн булғым килә,
Күҙҙәремдән нурҙар һибелһен,
Минең бәхет йоҡһон башҡаларға,
Минең менән һәр кем шат көлһөн!
Яҙмыш миңә биргән юғалтыуҙар,
Ҡайғы-һынауҙарға үс итеп,
Эй йәшәгем килә донъяларҙа
Бәхет-шатлыҡтарҙы иш итеп!
Эй теләйем ошо ҡыҫҡа ғына
Ғүмерҙәрҙең матур үткәнен…
Мин бит беләм матур - матур түгел,
Бәхетлеләр матур икәнен!
Фирүзә Абдуллина.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"