Бөтә яңылыҡтар

Көмөш тәңкә

- Әйҙә ашап ултыр, нимә, урыҫы үлгән мәрйә ҡошап төҫөң ҡасып ултыраһың.- Ашап ултырамсы, - Сафия күңелле күренергә тырышып йылмайған булды. Күршеһенең күпме эшен эшләһә лә, уныһы бер ваҡытта ла балаларға күстәнәс биреп ҡайтарманы. Хатта һарыҡ, быҙауын ҡыуып килтергән малайҙарға бер йылы һүҙ ҙә юҡ ине. Күрше хаҡы тип бөтә ғүмерен ялсы кеүек үткәргән Сафияның, әле үткәндәрҙе иҫләп йөрәге һыҙланы.

Ҡайҙа булды, кем алды таба алманылар көмөш тәңкәле камзулды. Ер йоттомо ней. Ауыл халҡы бер шауланы ла тынды, Сафияларға ғына насар шауҡымы йоғоп ҡалды. Әлифәнең тупһаһына ҡабат баҫманы ул.

Әлифә Сафия менән урамда осраһа һаулыҡ та һорашманы. Артынан һәр бер осраған кешегә яманлап һөйләне. Имеш, Сафия уның менән нәмә урлар өсөн генә ҡатышҡан икән, Әлифәнең тағы ла бик күп әйбере юғалған икән. Тик ул күрше хаҡын уйлап ул турала һүҙ ҡуҙғатмаған булған ғына икән. Бөтә ағинәйҙәрҙең күҙе ҡыҙырлыҡ, шау ысын көмөш тәңкәләрҙән генә торған камзулдың юғалыуы, Әлифәне сығырынан сығарған.

Ошондай ғәйбәттәрҙе ишетеп ҡайтып күп иланы Сафия. Тик ҡаршы һүҙ әйтешеп, ирешеп йөрөгөһө килмәне. Сабыр булырға тырышты. Әлифә ул өндәшмәгән һайын хаттин ашты. Үҙенең ишек алдында йөрөгән ваҡытта ла, ишек алдын яңғыратып ҡысҡырып, Сафияны әрләп йөрөүҙе ғәҙәт итеп алды. Күршеләренән тауыш тын булмаһа ла, туҡтарға теләге булманы. Сафияны әрләй башлай. Килен булып төшкәндә ҡалай булған, уның эшен нисек насар эшләгән, ниндәй ниндәй әйбере юғалған, осона сығырлыҡ та түгел. Ярты көн Сафияны әрләп туйғас, Зарифҡа сират етә. Ул быҙау, ул бешмәгән, ул бисәһенең иҙән йыуғысы. Зарифты әрләп үсе ҡанғас, уларҙың биш балаһының һәр береһен айырып тағы әрләп сыға. Малайҙар хулиган, ҡараҡ, тәртипһеҙ. Бер бөртөк бер гөнаһһыҙ ҡыҙ баланың сираты иң аҙаҡ. Уға иң насар, иң ауыр һүҙҙәр эләгә. Нәжип ағай сығып асыуланып та ҡарай, тик Әлифәне тыйырлыҡ түгел.

Нисә йылдар ике күрше шундай матур итеп ҡатнашып йәшәне. Матур итеп ҡатышыуға ла тик Сафия ғына сәбәпсе булғандыр. Күршеһе ни ҡыланһа ла ҡаршы өндәшмәне, гел ыңғайына һыпырҙы. Ғәйепһеҙ саҡтарҙа ла ғәйепте үҙ өҫтөнә алып, ызғыш тыуҙырманы. Күршеһе ни ҡушһа шуны эшләне.
Ауылда ҡарағат, сейә, малина менән дан тотҡан баҡса Әлифәлә генә ине. Емеш өлгөрһә өмәгә күршеләрен саҡыра Әлифә.

- Чтобы, һындырмағыҙ! Мәсекәйләнеп ашамағыҙ!
Балалар өндәшмәй генә йыя. Ашағылары килә, тик Әлифәнән ҡурҡалар. Биҙрәләр тулғас ,

- Барығыҙ, бар, ҡайтығыҙ инде. Һеҙҙең сыулашҡанға башым ауырта, - тип балаларҙы ҡыуып ҡайтара. Анауынса емешен йыйҙырып бер бөртөк ҡарағат ҡабырға рөхсәт булмауына йәне әсегән Сафияға өйгә инергә бойоролдо. Йүгерешеп ҡайтып киткән балалары артынан мөлдөрәп ҡарап ҡалған әсәй кеше, өнһөҙ генә көрһөнөп күршеһе артынан эйәрҙе. Әлифә булған ризығын сығарып өҫтәлгә теҙҙе. Ҡунаҡ һыйларға ярата ул үҙе. Һаран да түгел.

- Әйҙә ашап ултыр, нимә, урыҫы үлгән мәрйә ҡошап төҫөң ҡасып ултыраһың.

- Ашап ултырамсы, - Сафия күңелле күренергә тырышып йылмайған булды. Күршеһенең күпме эшен эшләһә лә, уныһы бер ваҡытта ла балаларға күстәнәс биреп ҡайтарманы. Хатта һарыҡ, быҙауын ҡыуып килтергән малайҙарға бер йылы һүҙ ҙә юҡ ине. Күрше хаҡы тип бөтә ғүмерен ялсы кеүек үткәргән Сафияның, әле үткәндәрҙе иҫләп йөрәге һыҙланы.

Май байрамына Әлифәнең Өфөлә йәшәүсе улы Илдус менән килене Зарина ҡайтып төштө. Балалары ҡайтыу шатлығынан Әлифә күршеләренә йүгереп инде.

- Әйҙәгеҙ, Илдус менән килен ҡайтты, тиҙ генә ашҡа инегеҙ.

Зариф менән Сафия аптырап ҡалды. Күршеләренә ни булған тағы? Әрләүҙән башы сыҡмай ине, ашҡа саҡырып ингән.

- Юғалған камзул табылды! Илдус алған булған икән. Киленгә көмөш алҡа, балдаҡ һуҡтырған. Хәҙер көмөш модала ти ҙә баһа. Бына,миңә лә балдаҡ эшләткән, ҡулын Сафияның күҙҙәренә индерә яҙып һуҙҙы Әлифә.

Бер ни булмағандай татылдап хәбәр һөйләп сығып китеүсе Әлифә артынан, Сафия менән Зариф аптырашып, бер береһенә текләшеп ултырып ҡалдылар. Әлифәнең асыуы һүрелһә лә, Сафияның үпкәһе һүрелмәне. Күршеһе күпме инәлеп саҡырһа ла, ҡабат тупһаһына баҫманы. Бына хәҙер күршеһе юҡ. Бөтә тирә яҡты дер һелкетеп тотһа ла, күрше балаларына бер бөртөк кәнфитен тотторорға йәлләһә лә, серегән бай булһа ла, әжәл уны ла ҡалдырманы. Алды ла китте.
Шаурап торған доньяһы торҙо ла ҡалды. Көмөш тәңкәнән һуғылған балдағын улы Илдус Сафияға һуҙҙы.

- Еңгәй ,әсәйемдең төҫө итеп кейерһең. Ҡомартҡы.

- Юҡ, әсәйеңдең ҡомартҡыһы һеҙҙә һаҡланырға тейеш.

Сафия баш сайҡаны һәм ҡайтырға сыҡты.
Ул бер ваҡытта ла күршеһенән бер нимә лә алманы. Күршеһе үҙе лә бирергә тырышманы. Хатта эшләгән эшенә лә хаҡ биреү башына ла инеп сыҡманы Әлифәнең. Сафия һораманы. Тәңкәләрҙең үҙенеке икәнен белеүен дә белгертмәне. Кешегә лә һөйләмәне. Ҡараҡ исемен дә өнһөҙ күтәрҙе.
Ике күршене дошманлаштырған көмөш балдаҡ өҫтәлдә ятып ҡалды. Кемгә кәрәк алырҙар. Сафияға кәрәкмәй ине ул.

Миңзифа Ҡашҡарова.