-5 °С
Болотло
Ярат ауылы (биләмә башлығы И.Ғ. Йәнбирҙин) һәм Йылайыр ауыл биләмәһенең Сосновка ауылы (Ф.С. Рәхмәтуллин) Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән “Һаҡмар”ҙы - һәр йортҡа!” конкурсына иң беренсе булып ҡушылды. Улар үҙҙәрендә ҙур Матбуғат байрамы ойоштороп, башҡаларға үрнәк күрһәтте. Бер көндә Яратта – 45, Сосновкала 20 кеше “Һаҡмар” гәзитенә 2020 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылды.
Уларҙың матур өлгөләренә Беренсе Этҡол ауылы халҡы ла ҡушылды. Ауыл биләмәһе хакимиәте башлап ебәргән “Һаҡмар”ҙы – һәр йортҡа!” эстафетаһын балалар баҡсаһы ҡабул итеп алды. Улар - мәктәпкә, һуңынан дауаханаға тапшырылды. Шулай итеп бер көндә 27 кеше “Һаҡмар”лы булды.