Башҡорт теле йылы уңайынан мәктәптәр араһында үткән эстафетаны ҡаланың 3-сө мәктәбе үҙендә ҡабул итте. Сара Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы сиктәрендә Зоя Космодемьянская һәйкәле янында башланды.
“Беҙ еңеүгә уттар аша килдек.” Тап ошолай атар инем сараның был өлөшөн. Ҡаһарман ҡыҙ Зоя Космодемьянская сығышы менән Тамбов өлкәһенән була. 1941 йылдың 31 октябрендә ул күп кенә йәш ҡыҙҙар кеүек үҙ теләге менән фронтҡа юллана. Әҙерлек мәктәбен тамамлағандан һуң ул тәүге һынауҙы уңышлы үтә. Фашистарға әсирлеккә эләккәс тә ул үҙен ҡыйыу тота. Нисек кенә язалауҙарына ҡармаҫтан дуҫтарын һатмай. Язаһын ғорур ҡабул итә. Исемен дә “Таня” тип алдап әйтә. Уның үлем менән осрашҡанда ла: “Беҙ 170 миллионбыҙ, беҙҙе аҫып ҡына бөтөрә алмаҫһығыҙ”, тип ҡысҡырған һүҙҙәре легенда рәүешендә халыҡ араһында телдән-телгә күсеп йөрөй бирә.
Артабан бер минутлыҡ тынлыҡ аша Бөйөк Ватан һуғышында баш һалған яугирҙәр алдында ихтирам һәм иғтибар күрһәтелде. Унан уҡыусылар Бөйөк Еңеүгә, Тыуған илгә арналған шиғырҙар һөйләне. Мәғариф бүлеге начальнигы Илдус Зәйнуллин менән Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ришат Ишембәтов батыр иҫтәлегенә сәскәләр һалды.
Артабан туған телебеҙгә арналған сара тантаналы башланды. Килгән ҡунаҡтарҙы уҡыусылар ишек төбөнән йырлап-бейеп ҡаршы алды. Һәр ҡатта торған уҡыусыларҙың дәртле һәм илаһи шиғырҙары сараға тантана өҫтәй ине. Халыҡ музыка ҡоралдары күңел ҡылдарын сиртте.
Мәктәп музейында 5-се класс уҡыусылары Арина Сәмәрхәнова, Юлия Сәғәҙәтова, Лиана Кинйәбулатова бик матур итеп музей экспонаттары тураһында һөйләне.
3-сө мәктәп коллективы сараға яңылыҡ индерергә ҡарар иткән. Исеменә есеме тап килһен өсөн киләһе өлөштө “Баттл” тип уны заманса һүҙ менән атағандар. Беҙҙеңсә әйткәндә, “бәйге”, “әйтеш”, “һүҙкөрәштереү” тигәнде аңлата. Өс кабинетта уҡыусы-блогерҙар саф башҡорт телендә башҡорт әҙәбиәте, тарих һәм география фәне буйынса үҙҙәре һайлаған теманы яҡларға тейеш ине. Конкурс булғас, һәр уҡыусының әҙерлек кимәле лә төрлөсә ине. Кемдер кабинетҡа йыйылған уҡыусыларҙы бәхәскә этәрә алды, кемдер алдан яҙып әҙерләп алып килгән ҡағыҙынан күҙен алмай уҡып ишеттерҙе. Бәғзе берҙәре бәләкәй генә концерт та ҡуйып күрһәтте. Ҡағыҙҙарын ситкә һалып тороп, тарихи йырҙарҙы йырлап, шиғырын һөйләп, музыка ҡоралында уйнап, хатта бейеп та алды. Афарин!
Бына, ниһайәт, эстафетаны тантаналы тапшырыу мәле килеп етте. Мәктәп фойеһында һикһәнләп бала сығып баҫты. “Башҡортостан – тыуған ерем” йырын бергәләшеп башҡарҙылар улар. Бай йөкмәткеле концерт тап ошолай башланып китте. Мәғариф бүлеге начальнигы Илдус Зәйнуллин: “Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә тап башҡорт телендә ошондай матур сара үтеүе үҙе һөйөнөс. Телде данлаған йыл бер йыл менән генә тамамланмайса системалы дауам итергә тейеш”, -- тигән теләктәрен еткерҙе.
Бына тантаналы минуттар килеп етте. 3-сө мәктәп директоры Марат Яҡшыбаев 5-се мәктәп директоры Фәнил Йылҡыбаевҡа эстафетаны тапшырҙы.
Унан теләгәндәр туған телдә диктант яҙырға ҡалды. Быйыл ул генерал Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыуына арналды. Республика буйынса диктантты башҡорт, рус, татар, мари, сыуаш, удмурт телдәрендә яҙҙылар. Диктант өсөн яҙыусы-публицист Сәғит Ҡадировтың “Урал бөркөтө” әҫәренән өҙөк һайланған ине.
Эльмира Кейекҡужина.
Автор фотоһы.