Һаҡмар
+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт телендә диктант яҙҙыҡ

Бөгөн ауыл китапханаһында Өмөтбай ауылының "Әүлиә" ағинәйҙәре ойошмаһы ағзалары, туған телдәрҙә халыҡ-ара диктант акцияһына ихлас ҡушылды. #национальныепроекты

Өмөтбай ауылының "Әүлиә" ағинәйҙәре ойошмаһы ағзалары ҡайҙа ла әүҙемлек күрһәтә. Бөгөн дә беҙ ауыл китапханаһында туған телдәрҙә халыҡ-ара диктант акцияһына ихлас ҡушылдыҡ. 112-се башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған диктант "Урал бөркөтө" тип аталды. Диктантты ауыл китапханасыһы Алгөл Латыпова яҙҙырҙы.

Әнүзә Мәжитова,

“Әүлиә” ағинәйҙәр ойошмаһы рәйесе.

Читайте нас: