Һаҡмар
+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ни сәсһәң, шуны урырһың

Беҙ Башҡортостан тигән бик матур илдә йәшәйбеҙ. Башҡорттар бына нисәмә быуат инде башҡа халыҡтар менән дуҫ һәм татыу ғүмер итә. Күп милләттәрҙең дуҫлығы – беҙҙең көсөбөҙ, илебеҙ ғорурлығы. Ошо нигеҙгә таянып, Баймаҡ ҡалаһының "Күбәләк" балалар баҡсаһында ҙур эштәр алып барыла. (Дауамы беҙҙең сайта).#национальныепроекты

Беҙ Башҡортостан тигән бик матур илдә йәшәйбеҙ. Башҡорттар бына нисәмә быуат инде башҡа халыҡтар менән дуҫ һәм татыу ғүмер итә. Күп милләттәрҙең дуҫлығы – беҙҙең көсөбөҙ, илебеҙ ғорурлығы.

Совет власы йылдарында телде һәм йолаларыбыҙҙы юғалтыу ҡурҡынысы барлыҡҡа килгәйне. Шулай ҙа башҡорт халҡы үҙенең телен һәм мәҙәниәтен ауырлыҡтар менән булһа ла һаҡлап ҡала алды, уның шулай уҡ социаль функциялары ла киңәйҙе.

Милли мәҙәниәтебеҙҙән ситләштерелгән балалар, ни тиклем талантлы булмаһын, милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе үҫтереүгә булышлыҡ итә алмай. Шуға күрә балаларыбыҙҙы туған телдә тәрбиәләү халҡыбыҙҙың киләсәген хәстәрләүҙең төп шарты булып тора. Юҡҡа ғына “Ни сәсһәң, шуны урырһың”, - тимәйҙәр бит.

Шәхесте тәрбиәләүҙең һәм формалаштырыуҙың нигеҙе булып ғаилә тора. Тап ул традицияларҙы һаҡлаусы, баланы халыҡтың мәҙәниәтенә, ижадына, башҡорт халыҡ әкиәттәрендә һәм ижадына ылыҡтырыусы булырға тейеш. Башҡорт халыҡ әкиәттәрендә урын алған Уралдың бай тәбиғәте – тауҙар теҙмәһе, урмандар, һыуҙар, башҡа ыңғай образдар һәм геройҙар изгелеккә һәм яҡшылыҡҡа өндәй, балаларҙы тәрбиәләүҙә ыңғай йүнәлеш бирә. Әммә хәҙерге ваҡытта әкиәттәрҙең ролен телевизор, интернет алмаштырҙы. Ул, үҙ сиратында, кире йоғонто яһамай ҡалмай: баланың күҙҙәре тала, йоҡо режимы боҙола, ярһыусанлыҡ күҙәтелә.

Балаларға шулай уҡ туған телдә йырланған йырҙар һәм көйҙәр тыңлатырға кәрәк. Фольклор йырҙары халыҡ традицияларына, Тыуған илгә, сәнғәт һәм мәҙәниәткә һөйөү уята. Бишек йырҙары ла тик ыңғай тәьҫир итә. Ни өсөн тиһегеҙме? Уларҙа талғын көй менән бер рәттән наҙлы һүҙҙәр теҙмәһе ағыла. Бишек йыры – әсәнең бала менән айырылышыу ритуалы ул. Йыр көнө буйы йыйылған арыуҙы кәметергә, баланың ҡараңғылыҡтан ҡурҡыуынан арынырға ярҙам итә.

Тәрбиәселәр һәм музыка етәкселәре башҡорт халҡының бай мәҙәниәтен һәм ижадын төрлө формала ҡуллана. Балалар баҡсаларының һөр төркөмөндә башҡорт халыҡ мәҙәниәтенә бағышланған мөйөштәр бар. Уларҙа пейзаж, тирмәләр, тормош-көнкүреш кәрәк-яраҡтары, милли кейемдәге ҡурсаҡтар, милли орнаменттар сағыла. Башҡорт телен өйрәнеүсе балалар телебеҙгә һәм мәҙәниәтебеҙгә ҙур ихтирам менән ҡараясаҡ.

Кескәй төркөмдәрҙә беҙ балалар менән бишек йырҙарын өйрәнәбеҙ. Өлкән төркөмдәрҙә улар әкиәттәр, мәҡәлдәр, әйтемдәр, уйын-йомаҡтар менән таныша, шуның менән үҙҙәренең аң кимәлен үҫтерә, белемен арттыра. Ғаиләлә һәм балалар баҡсаһында төрлө халыҡ байрамдарын үткәреү матур бер йолаға әүерелергә тейеш.

Әгәр ҙә беҙ бәләкәстәребеҙҙең күңелдәренә халыҡ ижады ынйыларын һала алһаҡ, улар үҙҙәренең ата-әсәләрен ҡәҙер-хөрмәт итергә өйрәнәсәк, халҡына, туған теленә һаҡсыл ҡараш менән йәшәйәсәк һәм Тыуған илен яратасаҡ.

Венера Сәлимова,

Күбәләк” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

Читайте нас: