Телдәр үтмәҫ ара юҡ
Башҡорт теле йылы уңайынан мәктәптәр араһында уҙғарылған эстафета дауам итә. Ҡаланың 2-се мәктәбе уны Баймаҡ лицей-интернатынан ҡабул итеп алып, 3-сө мәктәпкә тапшырҙы.
2-се мәктәптең уҡыусылары һәм уҡытыусылары килгән ҡунаҡтарҙы мәктәп урамындағы Александр Матросов бюсы янында ҡаршы алды.
Кем һуң ул Александр Матросов? Тап ошо һорауға яуап бирергә тырышты мәктәп уҡыусылары: “Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған ҡыҙылармеец. Уның ысын исеме Шакирйән Юныс улы Мөхәмәтйәнов. Ул 1923 йылдың (ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса 1924 йылдың) 5 февралендә Учалы районының Ҡунаҡбай ауылында тыуған. Үкһеҙ етем ҡалғас, балалар йортонда тәрбиәләнә. Тап шунда ул Александр Матросов тигән яңы исем һәм фамилия ала. 1942 йылдың сентябрендә Ҡыҙыл Армияға саҡырыла һәм Ырымбур янындағы Краснохолмск хәрби-пехота училищеһына уҡырға алына. 1943 йылдың ғинуарында Калинин фронтына 91-се айырым уҡсылар бригадаһына хеҙмәткә ебәрелә. 1943 йылда үлгәндән һуң батырға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә”. Артабан уҡыусылар тарихи темаларға башҡорт телендә шиғырҙар һөйләп ишеттерҙе. Унан бер минутлыҡ тынлыҡ менән яуҙа һәләк булған һалдаттарҙы иҫкә алып, һәйкәлгә гөлләмәләр һалдылар.
Мәктәптә килгән ҡунаҡтарҙы “Хан ҡыҙы” тип аталған күҙҙе ҡамаштырырлыҡ матур тамаша көтә ине. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының стилләштерелгән милли кейемдәр күргәҙмәһе сараға тантаналы нота өҫтәне. Күргәҙмәне “Башҡортостан ынйылары” ҡурайсылар ансамбле сығышы алмаштырҙы. Артабан сара тамашалар залында дауам итте.
Бында ла илаһи ҡурай моңо бар залды әсир итте. Ана бит, ҡыу үләндән ҡурай ҙа яһай һалды бер малай. Милли рух менән һуғарылған концерт тап шулай башланды. Илһамланып шиғыр һөйләгән уҡыусыларға, дәртләнеп саф башҡортса йырлаған көслө тауышлы Азамат Замановҡа, боронғо йырға заманса һулыш биргән “Вдохновение” төркөмөнә, дәртләнеп бейегән Айгизә Оморҙаҡова менән Нәркәс Сирбаеваларға ҡарап таң ҡалды һәр кем. Унан 2-се мәктәп директоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Нэля Рәхмәтуллина эстафетаны тантаналы рәүештә 3-сө мәктәп директоры Марат Яҡшыбаевҡа тапшырҙы.
Мәғариф бүлеге начальнигы Илдус Зәйнуллин сығыш яһап: “Ғорурланыҡ телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ бар”, -- тине. Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ришат Ишембәтов: “Ҡайһы бер мәлдәрҙә күҙҙән йәштәр килеп сыҡты. Тәьҫир итерлек сара бит был! Беҙҙең барыбыҙ ҙа саф башҡорт телендә һөйләшергә, өйрәнергә, һәр башҡорт балаһы башҡортса һөйләшә белергә тейеш”, -- тип хис-тойғолары менән уртаҡлашты.
Тап ошо урында башҡорт халыҡ мәҡәле күҙ алдына килеп баҫты. Кеше күрке – йөҙ, йөҙҙөң күрке – күҙ, уйҙың күрке – тел, телдең күрке – һүҙ. Былай булғас, телебеҙҙең киләсәге бар!
Эльмира Кейекҡужина.
Автор фотоһы.