Бөтә яңылыҡтар

Телеңде һаҡла – ул һинең киләсәгең!

Лицей-интернат уҡыусылары был көндә килгән ҡунаҡтарҙы ишек төбөнән шиғырҙар һөйләп, халыҡ музыка инструменттарында уйнап, шул көйгә дәртле бейеп ҡаршы алды. Артабан уҡыусыларҙан торған тере коридор ҡаршы алды. Үҙҙәре саф башҡорт телендә бик матур итеп сәләмләйҙәр бит әле!

Һәр милләт теле менән матур. Үҙ телеңдә ғорур һөйләшеүгә ни етә! Республикабыҙҙа 2020 йылдың Башҡорт теле йылы тип иғлан ителеүе, ул үҙе үк оло байрамға тиң. Тимәк, йыл буйына башҡорт телендә һөйләшеү “модала” буласаҡ.

Районыбыҙҙа Башҡорт теле йылын асыу тантанаһы тап Баймаҡ лицей-интернатында үткәрелеүе лә юҡҡа түгел. Илһөйәрлек телдән килергә тейеш. Ә бындай тойғо кеше күңеленә бала саҡтан һалынырға тейеш. Лицей-интернат уҡыусылары был көндә килгән ҡунаҡтарҙы ишек төбөнән шиғырҙар һөйләп, халыҡ музыка инструменттарында уйнап, шул көйгә дәртле бейеп ҡаршы алды. Артабан уҡыусыларҙан торған тере коридор ҡаршы алды. Үҙҙәре саф башҡорт телендә бик матур итеп сәләмләйҙәр бит әле! Бына баҫҡысҡа килеп еттек. Унда ла матур-матур башҡорт ҡыҙҙары һәм малайҙары шиғырҙар һөйләп ишеттерҙе. Шулай башҡортса шиғырҙар-йырҙар тыңлай-тыңлай тамашалар залына килеп еттек. Мөғжизәле күренештәр бында ла дауам итте. Милли кейемдәге ҡыҙҙар һәм малайҙар саф башҡорт телендә сәләмде йыр-бейеүҙәр алыштырып ҡына торҙо.

Башҡорт теле йылын асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, уның урынбаҫары Гөлшат Сирғәлина, мәғариф бүлеге начальнигы Илдус Зәйнуллин, ҡала һәм райондың барлыҡ белем биреү учреждениелары етәкселәре, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнашты.

Илдус Әдиф улы йылдың ни тиклем дә ваҡытлы, әһәмиәтле булыуы тураһында һөйләп үтте. “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары! Был беҙҙең-һеҙҙең йыл, телгә арналған проекттар йылы. Йыллыҡ сиктәрендә “Телен белгән генә илен белер” эстафетаһы үткәреләсәк. Эстафета өсөн әҙерләнгән махсус альбомды үҙенсәлекле итеп тулыландырыу һәр мәктәптең үҙенән тора. Шулай уҡ быйылғы Хәтер һәм Дан йылында ошонда берләштереп, эстафета эсендә эстафета үткәреү ҙә ҡаралған. Һәр мәктәп үҙ геройы тураһында ниндәй ҙә булһа фильм төшөрөргә тейеш була. Интернет селтәренә #Баймаҡтелебашҡорттеле хештегын ҡулланабыҙ”, -- тип ул һүҙен йомғаҡланы.

Район хакимиәте башлығы Фәнис Ғәбдрәшит улы лицей-интернаттың коллективына һәм уҡыусыларына һоҡланыуын белдерҙе.

-- Башҡорт теле йылын асыу тантанаһын юҡҡа ғына интернат-лицейҙа үтмәй. Ошондай ҡыҙҙар-малайҙар булғанда телебеҙ ҙә, илебеҙ ҙә йәшәр. Үҙемдең яҡтан да вәғәҙә бирәм: мөмкин тиклем күберәк сараларҙы, ҡайһы бер кәңәшмәләрҙе башҡорт телендә үткәрергә тырышырбыҙ. Башҡорт теле йылын асыҡ тип иғлан итәбеҙ! -- тине.

Баймаҡ лицей-интернаты директоры И.Әбүбәкиров эстафетаны ҡаланың 2-се мәктәбенең директор вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Н.Рәхимғоловаға тапшырып үтте. Тап шуны ғына көткәндәй, хәҙер инде гимнға әйләнеп барған “Башҡорт телендә һөйләшәм” йырын сарала ҡатнашҡан һәр кем аяҡ үрә тороп йырланы.

Читайте нас: