Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Телебеҙҙең киләсәге – беҙҙең ҡулдарҙа

Үткән аҙнала Баймаҡта Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров һәм БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының президиум рәйесе Эльвира Айытҡолова ҡала һәм райондың башҡорт теле уҡытыусылары, китапханасылар, ҡатын-ҡыҙҙар советы, урындарҙағы ҡоролтай, ир-егеттәр ҡоро рә йестәре менән осрашты. Һөйләшеүҙә район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев һәм Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ришат Ишембәтов та ҡатнашты.

Үткән аҙнала Баймаҡта Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров һәм БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының президиум рәйесе Эльвира Айытҡолова ҡала һәм райондың башҡорт теле уҡытыусылары, китапханасылар, ҡатын-ҡыҙҙар советы, урындарҙағы ҡоролтай, ир-егеттәр ҡоро рә йестәре менән осрашты. Һөйләшеүҙә район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев һәм Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ришат Ишембәтов та ҡатнашты.

-Билдәле булыуынса, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты 2020 йылды Башҡорт теле йылы итеп иғлан итеү тураһында Башҡортостан Республикаһы Башлығына мөрәжәғәт иткәйне, -тине үҙенең сығышында Эльвира Ринат ҡыҙы. - Радий Фәрит улы был тәҡдимде хуплап ҡаршы алды һәм бөгөн йылды маҡсатлы итеп үткәреү тураһында ҙур эштәр алып барыла. Республика етәксеһе Өфөлә ҡоролтай рәйестәре менән осрашҡан ваҡытта ла башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүгә, милләтебеҙ мәнфәғәтендәге иң актуаль мәсьәләләргә һәр яҡлап иғтибар бүлергә вәғәҙ итте. Башҡорт теле йылын үткәреү буйынса саралар планы төҙөлдө, һәр айҙың үҙенә күрә айырым темаһы бар. Шул уҡ ваҡытта урындарҙа уға үҙегеҙ тәҡдим индерә алаһығыҙ.

Шуныһы ҡыуаныслы, Баймаҡ районы милли мәсьәләләрҙе тормошҡа ашырыуҙа алдынғылыҡты бирмәгән төбәк булараҡ билдәле. Аҫаба башҡорттар йәшәгән төйәк булараҡ, был проблема ла түгелдер. Әммә бөгөнгө шарттарҙа һиҫкәнергә урын барҙыр, сөнки 1-се класҡа уҡырға барған балаларҙың күбеһе русса һөйләшә. Сөнки бында телевизор, интернет селтәре ҙур роль уйнай. Шуның өсөн беҙгә балаларыбыҙға бала саҡтан әсә теленә һөйөү уятырға, быны ғаиләлән үк башларға кәрәк.

Белеүебеҙсә, быйыл ҙур сара – Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу үтәсәк. Уға беҙ бик яуаплы ҡарарға, милләтебеҙҙе мотлаҡ яҙҙырырға тейешбеҙ. Ошо мәлдә берҙәмлек күрһәтәйек, аңлатыу эше алып барайыҡ!

Башҡортостан буйынса “Айыҡ ауыл” конкурсы иғлан итеү һәм был бәйгегә төбәктәрҙе йәлеп итеү бик тә мөҡәддәс бурыс булып сыҡты. Шуныһы һөйөнөслө, ярышты халҡыбыҙ дәррәү күтәреп алып, бөгөн урындарҙа эскелеккә ҡаршы ғәйәт ҙур эштәр алып барыла, береһенән-береһе һөҙөмтәлерәк саралар үткәрелә. Республика конкурсында әле барлығы 47 ауыл ҡатнаша, һуңынан 10 ауыл һайлап алынасаҡ. “Айыҡ ауыл” халҡыбыҙы алама ғәҙәттәрҙән арындырыу, киләсәккә өмөт уятыуға үҙенең тос өлөшөн индерер тип ышанайыҡ.

Эльвира Айытҡолова Ришат Ишембәтов етәкләгән Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының эшмәкәрлеген юғары баһаланы, башҡа төбәктәргә үрнәк итеп ҡуйҙы.

Үҙенең сығышында Ришат Вәкил улы Ҡоролтай алып барған эштәргә ҡыҫҡаса туҡталып, ойошманың 5 проектты уңышлы тормошҡа ашырыуын, был тәңгәлдә район хакимиәтенең, йәмәғәт ойошмаларының ҙур ярҙамын тойоп эшләүен билдәләне. Шулар араһында бына өсөнсө йыл инде тормошҡа ашырылған “Сәләмәт ауыл” проекты, шулай уҡ “Мул һыулы Һаҡмар”, “100 йыллыҡҡа – 100 шәхес”, “Туған телде һаҡлау һәм үҫтереү”, “Иң күп китап уҡыусы бала” конкурстары айырым урынды биләп тора, улар йылдан-йыл киңерәк абруй яулай бара. Р.Ишембәтов һәр ауылда ла Ҡоролтай аллеялары, һәр мәктәптә ҡоролтайҙар булдырыу мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды, был юҫыҡта эш маҡсатлы алып барыла, тине.

Шуныһы ҡыуаныслы, “Айыҡ ауыл-2019” республика конкурсына районыбыҙ халҡы әүҙем ҡушылды. Бөтә ауыл биләмәләре лә был бәйгенең район этабында көс һынашты, шулар араһынан Йылым ауылы иң яҡшы һөҙөмтәгә иреште. Еңеүселәр ошо көндәрҙә Баймаҡта йыл йомғаҡтарына арналған тантаналы йыйылышта аҡсалата премиялар менән бүләкләнәсәк. Әйткәндәй, район Ҡоролтайы был конкурсты ойоштороуға тос өлөш индерҙе.

Йылымдың ир-егеттәр ҡоро рәйесе Шәһит Кәйекбирҙин “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә алып барылған эштәрҙе бәйән итте. “Ҡоролтай иғлан иткән был конкурс бик урынлы булды, беҙҙең ауыл халҡы уға тәүге көндәрҙән үк ихлас ҡушылды, - тине Шәһит Шаһимарҙан улы. - Бөгөн конкурс положениеһына ярашлы ғәйәт ҙур эштәр бойомға ашырыла. Әүҙем ойоштороу комитеты эшләй, ситтә йәшәүселәр ҙә ҙур ярҙам күрһәтә. Ай башынан беҙҙә башлағыс алған “Милләт һаулығы” скандинавсылар эстафетаһын райондың бөтә ауылдары ла күтәреп алды. Ошо көндәрҙә иһә райондың йәш эшҡыуарҙары өсөн “Армантур” форумы үткәрәбеҙ. Тиҙҙән йәштәрҙе айыҡ, сәләмәт тормошҡа әйҙәү маҡсатында форум-дискотека ойошторасаҡбыҙ. Унда “Түңәрәк өҫтәл”, район етәкселәре менән осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре үтәсәк.

Февраль баштарында ауыл старосталарын йыйып, күсмә ултырыш үткәрергә йыйынабыҙ. Бындай тәжрибә бар – былтыр район ҡоролтайының күсмә ултырышын да Йылым да ойошторғайныҡ. Ғөмүмән, беҙ алдыбыҙға ҡуйған барлыҡ бурыстарҙы ла ваҡытында атҡарып сығасаҡбыҙ. Сөнки рухлы, алдынғы ҡарашлы, илһөйәр кешеләребеҙ бик күп, ауыл халҡы ла әүҙем һәм берҙәм. Республика кимәлендә лә районыбыҙҙы, ауылыбыҙҙы лайыҡлы күрһәтә алырбыҙ, тип ышанам”.

Район мәғариф бүлегенең башҡорт теле методисы Нәфисә Мәмбәтова үҙенең телмәрен “Телебеҙ киләсәге – беҙҙең ҡулдарҙа” тип атаған һәм ул берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Нәфисә Хәйрулла ҡыҙы билдәләүенсә, бөгөн 63 мәктәптә белем алыусы 8293 уҡыусының 87 проценттан ашыуы – башҡорт милләтенән. Башҡорт балаларының 62 проценты ауыл мәктәптәрендә уҡый. 4345 уҡыусы башҡорт телендә белем ала , был 52,4 процент. 2868 бала башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнә – 34,6 процент. 1080 уҡыусы иһә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнә – 13 процент.

Мәғариф бүлеге, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары тарафынан туған телебеҙ хаҡына ҙур эштәр башҡарыла, - тип билдәләне ул, - әсә телендә уҡытыуҙы ойоштороу, төрлө сараларҙың башҡортса алып барылыуы, йәмәғәт ойошмаларының балалар тәрбиәләүгә тос өлөш индереүе маҡтауға лайыҡ. “Һаумы, һаумы, әкиәт!”, Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр конкурстары, “Бабич уҡыуҙары”, “Игебай уҡыуҙары”, “Таңсулпан сулпылары” бәйгеләре, арҙаҡлы әҙиптәребеҙ менән осрашыуҙар ҙур роль уйнай. Шул уҡ ваҡытта башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыуҙа йәнә баймаҡтарға етеүсе табылманы – унда барлығы 5004 кеше ҡатнашты. Етәкселәр ҙә был саранан ситтә ҡалманы.

Бөгөн ата-әсәләрҙең әүҙем ҡарашы, тел, милләт мәсьәләләренә битараф булмауы төп урынды биләй, сөнки уҡыу-тәрбиә эшенең ниндәй телдә, йүнәлештә алып барылыуында уларҙың һайлауы нигеҙ булып тора. Ә инде 2020 йылдың Башҡорт теле йылы итеп иғлан ителеүе беҙгә яңы бурыстар өҫтәп кенә ҡалмай, телебеҙҙең бөгөнгөһө һәм киләсәгенең тел уҡытыусылары ҡулында ла икәненә ышаныс белдерә. Шулай булғас, яңы проекттар өҫтөндә эшләү, телебеҙҙе үҫтереүгә йүнәлтелгән гранттарҙы бергәләп яулау өсөн дә яңы мөмкинлектәр асыла түгелме? Әйҙәгеҙ, милләттәштәр, башҡорт теленең ҡулланыу даирәһен үҫтереүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәйек!”

РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров үҙенең сығышында бөгөнгө йәмғиәттә уҡытыусының, ата-әсәнең роле, туған телебеҙҙе яҡлау һәм үҫтереү, милли матбуғатты һаҡлау кеүек иң актуаль проблемаларҙы күтәреп сыҡты. Зариф Зәкир улы билдәләүенсә, Дәүләт Думаһы тарафынан “Ауыл уҡытыусыһы” проектын тормошҡа ашырыу, уҡытыусыларҙы артыҡ отчеттарҙан азат итеү, класс етәкселәренә түләүҙе арттырыу, әсбаптар менән тәьмин итеүҙе яйға һалыу буйынса маҡсатлы эш дауам итә. Депутат эскелеккә ҡаршы көрәш, ғаиләләрҙә балалар һанын арттырыу проблемаларына ла туҡталды. Уның әйтеүенсә, бөгөн медайнытҡыстарҙы ҡабаттан тергеҙеү, эскелек менән мауыҡҡандырҙы мәжбүри дауалау күҙ уңында тотола.

З.Байғусҡаров милли матбуғатты ла онотманы. Ул милли баҫмаларҙың бөгөнгө ауыр хәленә туҡталып, уларҙы һаҡларға саҡырҙы, һәр башҡорт әсә телендә сыҡҡан гәзит-журналдарға яҙылырға бурыслы, тип белдерҙе.

Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев билдәләүенсә, төбәктә “Ауыл табибы”, “Ауыл уҡытыусыһы” дәүләт программаларын тормошҡа ашырыуға, милли, мәғариф өлкәһендәге мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ҙур иғтибар бүленә. Фәнис Ғәбдрәшит улы район Ҡоролтайының эшмәкәрлегенә юғары баһа бирҙе.

Артабан етәкселәр ултырышҡа йыйылыусыларҙың күп һанлы һорауҙарына яуап бирҙе. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Ҡоролтай ағзаһы Вәсимә Ямантаева “Республика, Рәсәй мәғлүмәт сараларында “Башкирия” тип һөйләүҙәре һәм яҙыуҙары бер ниндәй ҙә ҡалыпҡа һыймай, “Башҡортостан” булырға тейеш тә баһа!” тигән күптәрҙе борсоған проблеманы күтәреп сыҡты. Ишмырҙанан ир-егеттәр ҡоро рәйесе Рәмил Тотманов ауылдағы магазиндың мәктәпкә яҡын урынлашыуын һәм уның араҡы менән сауҙа итеүенә борсолоу белдерҙе. Ниғәмәттән ҡоролтай рәйесе Юлай Кәримов һәм Таулыҡайҙан Йәүҙәт Мөхәмәтйәров һанлы телевидениеға күсеү менән бәйле милли тапшырыуҙарҙы ҡарауҙа проблемалар тыуыуы тураһында һөйләне. Әйткәндәй, депутаттар бар һорауҙарға ла төплө яуап бирҙе.

Һуңынан Эльвира Айытҡолова хеҙмәттә юғары ҡаҙаныштарға ирешкән, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге алып барған милләттәштәребеҙгә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Маҡтау грамоталарын тапшырҙы. Бындай юғары баһаға Һаҡмар ауылынан крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Илфат Сәфәрғәлин, Ишмөхәмәт ауылы китапханасыһы Асия Үлйәбаева һәм Ҡаратал мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Алһыу Күсәрбаева лайыҡ булды.

Азамат Мөхәмәтшин.

Читайте нас: