Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
16 Декабрь 2020, 13:45

Саф һауала ял итәбеҙ

Иҫке Сибай ауылындағы боҙ майҙансығында тағы ла балаларҙың шат тауыштары гөрләй.

Иҫке Сибай ауылындағы боҙ майҙансығында тағы ла балаларҙың шат тауыштары гөрләй. Шуныһы ҡыуаныслы – күптәр өйҙә телефонға йәки компьютерға текләп ултырыуға ҡарағанда, тышта, саф һауала уйнауҙы өҫтөн күрә! Шуға ла уҡыуҙан буш ваҡыттарында улар, коньки-сәкәндәрен алып, боҙ майҙансығына ашыға. Күмәкләшеп шайба һуғыу балаларҙа йылғырлыҡҡа, оҫталыҡҡа, зирәклеккә һынау ғына түгел, ә коллективизм, берҙәмлек, дуҫлыҡ тәрбиәһе лә ул! Ял көндәрендә ололарҙың да ҡушылыуы был спорт төрөнөң етдилегенә һәм кәрәклегенә ишара.
Мотал Рәмов.
Читайте нас: