Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
6 Декабрь 2020, 01:15

Маҡсаттар тормошҡа аша

#Айыҡауыл2020#ТрезвоеСело #БаймаҡрайоныИшей #Ҡоролтай#Курултай #БеҙБергәБеҙБерҙәм

#Айыҡауыл2020#ТрезвоеСело
#БаймаҡрайоныИшей
#Ҡоролтай#Курултай
#БеҙБергәБеҙБерҙәм
Хөрмәтле ауылдаштарым, яуҙаштарым, данташтарым! Ниһайәт, "Айыҡ ауыл 2020" конкурсының һөҙөмтәләре беҙҙе лайыҡлы 3-сө призлы урынға сығарҙы. Барығыҙҙы ла оло еңеүебеҙ менән ихлас ҡотлайым!!! ???????? Беҙҙең бәләкәй ауылыбыҙ һәм был конкурста тәүгә ҡатнашып, ярышыусы 30-ҙан ашыу ауыл араһынан һайлау турын үтеп, финалға иң көслө 10 ауыл исемлегенә индек✊✊ Ә комиссия алдында эшебеҙҙе яҡлап призер рәтенә сығыу - ул үҙе оло еңеү! ????????
Конкурс барышында халыҡ иҫ киткес фиҙәкәр хеҙмәт өлгөһө күрһәтте! Афарин, Һоҡланғыс!!!???????????? Олоһо ла, кесеһе лә, ситтә йәшәүселәр ҙә бер бөтөн булып ойошоп әллә күпме төҙөкләндереү эшен йырып сыҡтыҡ, ауылыбыҙ матурайҙы, йәмләнде, балалар майҙансығының ғына гөрләп тороуы - үҙе бер ҡыуаныс????‍♀????‍♂????, арт-объектҡа килеп фотоға төшөүҙәре - кинәнес, аллеяларҙа ағастарға фронтовиктарыбыҙҙың исемдәрен беркетеү - ата-бабаларыбыҙға, тарихыбыҙға хөрмәт булды. Ҡоҙоҡтарҙың йәмлелеге һуң, иҫ китмәле. Яңы баҫманан бейеп кенә үтке килә! ????????????
Ошо мәртәбәле конкурсты еңеп сығырға һәр кем үҙ өлөшөн индерҙе, барығыҙға ла ҙур рәхмәт. Ә шәхси эшҡыуарҙарға, ойоштороусыларға материалдарын да, ваҡыттарын да ихлас бүлгән, халыҡты әйҙәгән өсөн айырым рәхмәт. Беҙ ауырлыҡтарға бирешмәнек, көслө һәм берҙәм булып ҡала белдек????????????. Ололарыбыҙҙың кәңәштәре, ир-егеттәрҙең ихласлығы, ҡатын-ҡыҙҙарҙың тырышлығы, балаларыбыҙҙың ярҙамы оло баһалауға лайыҡ ????????????
Хәҙер беҙгә ошо матурлыҡты һаҡларға, ауылыбыҙҙы һәр ваҡыт йәмле итергә тырышырға кәрәк. Иң мөһиме, имен-һау, тәртипле-тәүфиҡле булайыҡ, ғаиләләребеҙ бәхетле, балаларыбыҙ шат булһын ????????????
Тағы берҙе ҡотлайым, мин һеҙҙең менән ғорурланам, Һоҡланам.
Венера Ҡасҡынова.
Читайте нас: