Бөтә яңылыҡтар
24 Ноябрь 2020, 00:48

Башланған эш - бөткән эш

#Айыҡауыл2020#Трезвоесело2020#ИҫкеСибайБаймаҡрайоны#СтарыйСибайБаймакскийрайонИҫке Сибай ауылындағы “Фатиха” мәсетендә ремонт эштәре башланыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде.

Иҫке Сибай ауылында “Фатиха” мәсетендә ремонт эштәре башланыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде... Башланған эш – бөткән эш: бөгөн диндарҙарҙы ғибәҙәтханабыҙ өр-яңы заманса зауыҡ менән ҡаршылай! Стеналар һәм түшәм тулыһынса яңыртылған, яҡтыртыу приборҙары алмаштырылған һ.б. Был намаҙға килеүселәргә күңел күтәренкелеге, рухи илһам бирә.
–Мәсетебеҙҙең танымаҫлыҡ булып үҙгәреүенә бар ауыл халҡы ҡыуанып бөтә алмай, – тип шатлығы менән уртаҡлаша ауыл старостаһы Зөһрә апай Ғәйнуллина. – Ошондай матурлыҡ булдырыусы оҫталарыбыҙға, береһен дә айырмайынса, ихлас рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Изге эшегеҙ үҙегеҙгә, ғаиләләрегеҙгә, атай-әсәйҙәрегеҙгә икеләтә сауап булып ҡайтһын!
©Мотал Рәмов
Зөһрә Ғәйнуллина фотолары
#Айыҡауыл2020
#Трезвоесело2020
#ИҫкеСибайБаймаҡрайоны
#СтарыйСибайБаймакскийрайон
Читайте нас: