Бөтә яңылыҡтар
9 Ноябрь 2020, 02:04

Беҙ ҙә еңде һыҙғандыҡ!

Спортзалда кисә башланған ремонт эштәре бөгөн дауам итте. #Айыҡауыл2020 #ҮргеЯйыҡбайБаймаҡрайоны #Трезвоесело2020 #Айыҡауыл2020ҮргеЯйыҡбайБаймаҡрайоны #Ҡоролтай #Курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #Спорт #ЗОЖ #Баймак

Спортзалда кисә башланған ремонт эштәре бөгөн дауам итте. Йәштәребеҙ ҙур тырышлыҡ менән тәүҙә стеналарҙы ҡырып сыҡтылар, аҙаҡ бейек булыуына ҡарамаҫтан түбәне һәм стеналарын һепертке менән һеперҙеләр. Ир көсө кәрәк булған был эштәрҙе ҙур тырышлыҡ менән башҡарҙылар. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа үҙ сиратында тәмле ризыҡтары менән һыйланылар. Шуныһы үҙенсәлекле, беҙгә Ниғәмәттә йәшәүсе хаҡлы ялдағы ветерандар советы етәксеһе Венера Насип ҡыҙы Мансурова һәм хаҡлы ялдағы ауыл советы башлығы Гүзәл Ишбулды ҡыҙы Ғайсина апайҙар тәмле ризыҡтарын бешереп алып килеп беҙҙе ныҡ ҡыуандырҙылар. Шәмсиниса инәй менән Вәхит олатай ҡорбан итенән ауыҙ иттерҙеләр. Уларға ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ғүмер теләйбеҙ!!! Шулай уҡ йылы аштары, яҡты йөҙҙәре менән һыйлаусы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға оло рәхмәтлебеҙ!!!
Сәғидә Рахманғолова.
Читайте нас: