Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
1 Ноябрь 2020, 01:15

Ишейҙәрҙең шатлығы ҙур!

Ишей ауылы тағы бер тарихи ваҡиға кисерә - Башҡортостан Республикаһы суверенитетының 30 йыллығына, Баймаҡ районының 90 йыллығына, "Айыҡ ауыл 2020" конкурсына арналған заманса артобъект ҡалҡып ултырҙы.

Ишей ауылы тағы бер тарихи ваҡиға кисерә - Башҡортостан Республикаһы суверенитетының 30 йыллығына, Баймаҡ районының 90 йыллығына, "Айыҡ ауыл 2020" конкурсына арналған заманса артобъект ҡалҡып ултырҙы. Ир-егеттәр идеяһы менән барлыҡҡа килгән был объект күмәк һәм берҙәм ишейҙәрҙең тырышлыҡ һөҙөмтәһе. Ситтә йәшәгән, ҡырҙа эшләгән һәм үҙебеҙҙең ауылдаштарҙан финанс ярҙам күп булды. Ә инде уны нисәмә көн буйы осона сығарған Ишей уҙаманы, Баймаҡ һөнәрселек уҡыу йортоноң юғары категориялы уғытыусыһы Вилюр Йыһаннур улы ҠАРАСУРИН булды. Өйөндә эшләп, Ишейгә тейәп алып килеп, Зиннур ағаһы һәм бер нисә Ишей ир-егеттәре менән ике көн буйы урын еренә еткереп ултыртып ҡуйҙы. Был объект хатта төндә лә яҡтыртып тора. Афарин Вилюр Йыһаннур улы, һин ишейҙәрҙең хыялын тормошҡа ашырҙың, ә Дим Рәжәп улы Ҡолһарин был эште ойотороп ебәргәйне, бөтә ауылдаштар исеменән рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ һеҙгә. Кендек ҡаны тамған ергә тоғро ҡалған ауылдаштарыбыҙға ярҙамығыҙ өсөн тағы ла ҙур рәхмәт!
Венера Ҡасҡынова,
Ишей башланғыс мәктәбенең юғары категориялы уҡытыусыһы, филиал мөдире.
Читайте нас: