Бөтә яңылыҡтар
29 Октябрь 2020, 22:06

Йылымда обелиск төҙөлдө

Был - "Айыҡ ауыл - 2019" республика конкурсы һөҙөмтәһе.

Мәғлүм булыуынса, Йылым ауылы “Айыҡ ауыл – 2019” республика конкурсында ҡатнашып, 2-се урынды яулағайны. Был улар өсөн генә түгел, тотош район өсөн ҙур ваҡиға булды. Ысынлап та, конкурс сиктәрендә йылымдар ғәйәт ҙур эштәр атҡарып сыҡты. Ауыл төҙөкләнде, матурайҙы, йәшелләндерелде... Өҫтәүенә, тәрбиәүи саралар ҙа күп үтте. Уларҙың артында Йылым ауылы халҡының тынғыһыҙ, тырыш эше ята.
Конкурста бирелгән премияға йылымдар Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына арнап обелиск эшләп ултыртты. Афарин, йылымдар!
Бына бит, беҙҙең алда матур йәшәү өлгөһө. Уларға тиңләшәйек. Бәлки, кемдер тағы ла яҡшыраҡ булдыра алыр?
Читайте нас: