Сибай ауыл биләмәһе хакимиәте хеҙмәткәрҙәре ҡатын-ҡыҙҙар советы менән берлектә социаль яҡтан хәүефле һаналған, күп балалы ғаиләләргә, шулай ук торлаҡ хәле насар булған ғаиләләргә рейдтарҙы дауам итә. Мейес һәм электр сымдарының төзөклөлөге тикшерелде, янғын иҫкәртеүсе ҡоролманың барлығы һәм эшкә яраҡлығы ҡаралды, акттар төҙөлдө. Тағы ла ауыл халҡынан ут яғыу осоро башланыу уңайы менәнут хәүефлеген һаҡларға, мейес, электр сымдарҙын, электр йылытҡыстарҙың төҙөклөгөнә иғтибар итеүегеҙҙе һорайбыҙ. Янғынды иҫкәртеү - һәр өйҙә сигнализация куйыу. Беҙҙең хәүефһеҙлек үҙебеҙҙең ҡулда икәнлеген генә онотмайыҡ.