Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
25 Октябрь 2020, 22:08

Ишейҙәрҙең үҙ флагы булды

"Айыҡ ауыл 2020" проекты сиктәрендә, Ишей ауылының символы булып - флаг барлыҡҡа килде.

Ишейҙәрҙең үҙ флагы булды.
"Айыҡ ауыл 2020" проекты сиктәрендә Ишей ауылының символы булып - флаг барлыҡҡа килде. Был флаг республикабыҙҙыҡынан һәм райондыҡынан ситләшмәй, әммә үҙ колориты бар: күк төҫ тыныслыҡ билдәһе, аҡ төҫтәге ИШЕЙ һүҙе - сафлыҡ, урталағы һары - ҡояш йылыһы, татыулыҡ билдәһе, йәшел төҫ - халыҡтар дуҫлығы, ситтәге ҡарағайҙар - беҙҙең урман, ауыл халҡының төп эше, ә инде урталағы айыу - үҙ еребеҙгә үҙебеҙ хужа, ҡунаҡсыллыҡ һәм берҙәмлек билдәһе.
Был проекттың авторы Каскинова Венера Морат ҡыҙы, һүрәткә төшөрөүсе - Мөхтәр һәм Юнир Ҡарасуриндарҙың ғаиләләләре, уҡыусы ҡыҙҙары, компьютерҙә биҙәүсе Мусина Лилиә Хәмитйән ҡыҙы, һәм тормошҡа ашырыусыһы инде - бөтә ауыл.
Беҙ бергә, беҙ берҙәм, Ишей - алға!!!
Фирүзә Абдуллина.
Читайте нас: