Бөтә яңылыҡтар
24 Октябрь 2020, 02:05

Ауылыбыҙҙың уңған ир-егеттәренә рәхмәт!

Иртәнсәк тороуға ап - аҡ итеп яуған ҡарҙа, ҡарҙы осороп иҫкән ажғыр, әсе ел дә туҡтата алманы Өмөтбай уңғандарын. Һөйләшелгән ваҡытҡа эш ҡорамалдарын тотоп , Һаҡмар йылғаһы аша һалынған күперҙе ремонтларға сыҡтылар.

Иртәнсәк тороуға ап - аҡ итеп яуған ҡарҙа, ҡарҙы осороп иҫкән ажғыр, әсе ел дә туҡтата алманы Өмөтбай уңғандарын. Һөйләшелгән ваҡытҡа эш ҡорамалдарын тотоп , Һаҡмар йылғаһы аша һалынған күперҙе ремонтларға сыҡтылар . Был күпер ауылдың тотҡаһы булып тора." Күмәкләгән яу ҡайтарған " тигән боронғолар. " Башланған эш - бөткән эш "- тип дәррәү эшләгән ауылдаштарым : ауыл хакимиәте депутаты Тимерғәле Рахматуллин, ауыл старостаһы Зиннур Көмөшбаев, һәр өмәнең уртаһында ҡайнаусы , иң оло өмәсе Нуритдин Мажитов, Винер Масалимов, " Сырҙан" күперен ғаиләһе менән йүнәтеп, бесәнселәр рәхмәтенән сауап алған Рафиҡ Муллагалиев, Булат Ғүмәров, Айнур Халитов. Ошо изге эшкә материалдар менән ярҙам иткән Рәмзил Садыковҡа , өмәселәргә ҙурҙан - ҙур рәхмәт. Кесе йома көнө изге эш эшләп ҙур сауап алдығыҙ. Өмәселәргә ауыл хакимиәте башлығы Илдар Саптаров рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, уңыштар теләне.
Ысынлап та ауылыбыҙҙа төҙөкләндереү буйынса ғәйәт ҙур эштәр башҡарыла. Ауыл хакимиәтендә беренселәрҙән булып ауыл зыяраты заманса материалдар менән кәртәләнде. Мәктәп, фельдшер пункты, китапханаға туранан йөрөргә уңайлы булған баҫмаға капитал ремонт үткәрелде. Районда беренсе булып Ҡоролтай аллеяһы төҙөлдө, буялды һәм ағастар ултыртылды. Өмөтбайҙа сентябрь айында үткәрелгән район ағинәйҙәр йыйынында , ситтән килгән ҡунаҡтар ауылдың төҙөклөгенә, таҙалығына һоҡланып ҡайттылар. Афарин ауылдаштар, берҙәмлектә беҙҙең көс.
Әнүзә Мәжитова.
Читайте нас: