Бөтә яңылыҡтар
14 Октябрь 2020, 21:05

Шундай ир-егеттәр була!

Билал ауыл китапханаһында яңы проект эшләй башланы.

Билал ауылы китапханаһында ҡатын - ҡыҙҙар советы менән берлектә тағы ла бер проект уңышлы эшләй. Ул "Шундай ир - егеттәр була!" тип атала һәм ир - егеттәрҙең бәҫен күтәреү маҡсатында ойошторолдо.
Фәиз ағай Боҫҡоновты ауылдаштары "алтын ҡуллы" тип йөрөтә. Оҫтаның ағастан эшләгән өҫтәл, ултырғыстарын ауылдаштары, яҡын - тирәләге ауыл кешеләре генә түгел, Баймаҡ, Сибай, Магнит ҡалаларында йәшәүселәр ҙә күпләп алалар, хатта алыҫ себер тарафтарынан заказ биреүселәр ҙә бар икән. Шулай булмай! Күҙ нурҙары түгеп, һырлап, лаклап эшләгән әйберҙәренә һоҡланып туйғыһыҙ! "Ағас эше менән бәләкәйҙән ҡыҙыҡһындым. 40 йәшемдә өҫтәл, ултырғыс, шкаф, аш бүлмәһе өсөн мөйөш эшләргә ныҡлап тотондом. Иң алда үҙебеҙгә эшләнем, яйлап заказ биреүселәр табылды. Әлеге ваҡытта заказ биреүселәрҙең иҫәп - хисабы юҡ. Бер кешене лә үпкәләткем килмәй, заказ ҡабул итәм икән, эшләп бирергә тырышам. Был эшем миңә ял бирә, күңел һалып, яратып башҡарғанға ла шулайҙыр инде", - ти Фәиз ағай.
Билал ауылы шундай уңған, һәр эшкә ҡулы ятып торған ир-егет оҫталары менән матур.
Райхана Булатова,
китапханасы.
Читайте нас: