Бөтә яңылыҡтар
13 Октябрь 2020, 01:28

Афарин, ишейҙәр!

Республика көнө уңайынан Ишейҙә уҙғарылған тантаналы сарала ауылдың почетлы гражданины, Баймаҡ ҡалаһы биләмәһе башлығы Радмир Иҫәнбаев, Урал аръяғы агросәнәғәте колледжы педагогы, "Айыҡ ауыл 2020" конкурсының әүҙем әйҙәүсеһе Вилюр Ҡарасурин һ.б. ҡатнашты. #АйыҡАуыл2020#ТрезвоеСело2020

Республика көнөнә ишейҙәр йылдағыса дәртләнеп әҙерләнделәр. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары тантанаға йәм биреп, концерт ҡуйҙы.
Сара башында ауылдың почётлы гражданы, Баймаҡ ҡалаһы биләмәһе башлығы Радмир Иҫәнбаев ауылдаштарын ҡотлап үтте. Тап Ишейҙең "Айыҡ ауыл--2020" республика конкурсында ҡатнашыуына һөйөнөсөн белдерҙе. Һәр кемде сәләмәт тормош алып барырға өндәне.
Ә бына Ишейҙә тыуып үҫеп, әле Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы педагогы Вилюр Ҡарасурин "Айыҡ ауыл-2020" конкурсының әүҙем әйҙәүсеһе булып тора. Ул Республика көнө уңайынан ауылдаштарына тос фекерҙәрен дә еткереп үтте. Ир-егеттәр ҡороноң иң әүҙемдәренә Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Шулай уҡ был көн ишейҙәрҙең йәнә бер күңелле сара менән хәтерендә ҡалды. "Еңеү аллеһы"на яугирҙар һәм тыл ветерандары хөрмәтенә һәм иҫтәлегенә исемле ағастар ултыртылды. Был мөһим эшкә халыҡ эркелеп килде. Ситтә йәшәгән ауылдаштарыбыҙҙың килеүе мәртәбәле булды. Эш шул тиклем күңелле барҙы. Студенттар соҡор ҡаҙа, ир-егеттәр - ҡом, килендәр йүгереп йөрөп һыу ташыйҙар, урта быуын ағас ултырта, ололар кәңәштәр биреп, ағинәйҙәр йырҙары менән дәртләндереп торҙолар. Илшат Кулибаев 50 төп ағас алып килгән. Вилюр Ҡарасурин яугирҙар исемдәрен эшләткән. Афарин, ишейҙәр. Дан һеҙгә!
Читайте нас: