Һаҡмар
-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
6 Октябрь 2020, 11:25

Алтын көҙгә сыҡтыҡ беҙ

Икенсе Этҡол ауылының "Йәнтөйәк"фольклер ансамбле ағзалары менән берлектә "Алтын көҙ" тип аталған сара үткәрҙек, ти Фирүзә Бүләкова.

Көҙ - мөғжизәле осор! Йылдың был мәлендә тотош тәбиғәт мөғжизәгә күмелә. Әйтерһең дә, ғәжәйеп матур донъяға сума: ағастар йәшел «күлдәктәрен» сағыу һары-ҡыҙыл төҫтәргә алмаштыра. Тирә-яҡтағы хозурлыҡ - таң ҡалдырғыс!
Икенсе Этҡол ауылының "Йәнтөйәк"фольклер ансамбле ағзалары менән берлектә "Алтын көҙ" тип аталған сара үткәрҙек. Шундай матур тәбиғәткә һоҡланып, киләсәккә уй-ниәттәр менән бүлешеп, үткәндәрҙе иҫләп, ретро йырҙарҙы башҡарып ял иттек. Һуңынан көҙгө тәбиғәттә тәмле сәй табыны ойошторҙоҡ. Ошондай саралар йышыраҡ булып торһон ине тигән теләкте белдерҙе һәр кем. Тәбиғәттән беҙ көс, дәрт алып таралыштыҡ.
Фирүзә Бүләкова.
Читайте нас: