Бөтә яңылыҡтар
22 Сентябрь 2020, 21:00

Самауыр артында бергәләп

“Самауырҙың эстәренә Әллә күпме моң һыйған. Сер һөйләшеп, хуш еҫле сәй Эсә-эсә кем туйған...” Түбәнге Иҙрис ауылы ҡатын-ҡыҙҙары шулай һамаҡлай-һамаҡлай самауыр байрамына йыйылды

“Самауыр янында бергәләп...”
“Самауырҙың эстәренә
Әллә күпме моң һыйған.
Сер һөйләшеп, хуш еҫле сәй
Эсә-эсә кем туйған...”
Түбәнге Иҙрис ауылы ҡатын-ҡыҙҙары шулай һамаҡлай-һамаҡлай самауыр байрамына йыйылды. Һәр урамда йәшәүселәр сәйгә бәйле йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр күрһәтте. Ҡыҫҡаһы, был көн ауылыбыҙ шат-күңелле тауыштарҙан, күңелле моң-даръянан, дәртле бейеүҙәрҙән яңғырап торҙо.
Ауылыбыҙҙың өс урамы өс йола күрһәтте. Беренселәрҙән булып Миҙәтғәлиндар “Килен сәйе”нә саҡырҙы. Рәсимә Маннапова, Гүзәл Мөхәмәтҡужина, Әсмә Маннапова, Аҫылбикә Һатыбалова, Рәйсә Аҙнағолова, Илзирә Йәнтүрина, Мәҙинә Маннапова, Менәүрә Сәфиуллина, Фәхерниса Муллағәләмова, Тәнзилә Солтанова, Илүзә Ишбулатовалар башҡорт халҡының борондан һаҡланып килгән йолаһын тергеҙеп, бар нескәлектәрен асып һалды.
Арғынбаевтар иһә ауылдаштарын “Йома сәйе”нә йыйҙы. Белеүебеҙсә, башҡорттар йома сәйенә айырым зиҡәт һалған. Табын артына иң яҡын кешеләрен саҡырып, бергә доға ҡылғандар, теләк теләгәндәр. Әлифә Вәлиева, Рита Муллағәләмова, Рауза Сыңғыҙова, Айгөл Мусина, Гөлсөм Сәфиуллина, Эльвира Бурһыҡбаева, Әлфирә Тажетдинова, Ләйсән Сыңғыҙова, Әлмира һәм Ғәлиә Абдрахмановалар ҙа байрамда ҡатнашыусыларҙы йома сәйе менән һыйланы.
Салауат Юлаев урамында йәшәүселәр - Фәриҙә Сәфиуллина, Гөлсирә Йәғәфарова, Фирҙәүес Самарбаева, Вәсилә Бурһыҡбаева, Фәймә Солтанова, Миңһылыу Миҙәтғәлиналар иһә сәйҙәрҙең шифаһы, уларҙың төрлөлөгө тураһында бай мәғлүмәт бирҙе. Борон-борондан башҡорттар төрлө үләндәрҙән сәй ҡайнатҡан. Уларҙы дарыу урынына ла ҡулланғандар. Айырыуса, мәтрүшкәгә өҫтөнлөк биргәндәр. Байрамда ла тап ошо шифалы сәйҙе эсеп, “Мәтрүшкә” йырын йырланыҡ.
Самауыр сәйен ҡайнатыу өсөн ауылдың сос һәм уңған килендәре көйәнтәләп һыуға барҙы. Табын артында баллап-шәкәрләп, төрлө-төрлө тәмле сәй эстек. Ауылдың “Йәшлек” һәм “Зарифа” бейеү ансамблдәре байрамды йәмләп, матур бейеүҙәрен бүләк итте. Дәртле көйгә башҡалар ҙа тыныс ҡына ултырып ҡала алманы. Бөтәһе дә башҡортса ритайым “һуҡты”. Сәй тураһында тапҡыр һүҙҙәр, әйтемдәр, йомаҡтар әйтелде.
Ҡолсора ауыл биләмәһе башлығы Ришат Ишмырҙин, ауыл Советы депутаттары Азамат Сыңғыҙов, Йәмил Солтанов, ауылдың имам-хатибы Рәмил Мөхәмәтйәнов халҡыбыҙҙың йолаларын тергеҙеп, уларҙы һаҡлау, киләсәк быуынға тапшырыу маҡсатында эштәрҙе дауам итергә кәрәклеген билдәләне.
Самауыр артында байрам халыҡ хәтеренең тәрән, белемле һәм бай икәнен тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы.
Рәсимә Халиҡова,
ауыл клубының мәҙәни саралар ойоштороусыһы
Читайте нас: