Бөтә яңылыҡтар
21 Сентябрь 2020, 01:38

Үрге Яйыҡбайҙар ең һыҙғанды

Беҙҙең ауылда экологик өмәләр өс көн рәттән ҡыҙыу ғына барҙы, тип хәбәр иттеләр Үрге Яйыҡбайҙан.

Беҙҙең ауылда экологик өмәләр өс көн рәттән ҡыҙыу ғына барҙы, тип хәбәр иттеләр Үрге Яйыҡбайҙан. Тәүге көндө Көрәй батыр зыяраты тәрбиәләнһә, икенсеһендә Суҡташ тауҙы серегән ағастарҙан таҙартҡандар. Тауҙың битләүендә "Йәшел Башҡортостан" акцияһына ҡушылып, ағас ултыртыу өсөн бураҙналар һөрөп әҙерләгәндәр. Бөгөн иһә көндөң йонсоу, ямғырлы тороуына ҡарамаҫтан, ауылдың уңған ир-егеттәре бағаналар ултыртып сыҡҡан.
Тәүге көндө өмәселәрҙе Алмабикә һәм Әкрәм Шараповтар аят ашы менән һыйлаһа, икенсе көндө - Тәнзилә һәм Зәйнулла Буранбаевтар, ә бөгөн Зөлхәбирә һәм Зөфәр Мырҙағәлиндар йылы аштары менән өмәселәрҙе ҡыуандырҙы.
Үрге Яйыҡбай ауылы халҡының ҡулға-ҡул тотоноп йәшәүҙәре һәм эшләүҙәре һөйөндөрә. Афарин!
Читайте нас: