Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
8 Сентябрь 2020, 16:57

Иген – келәттә, кеше хеҙмәттә күренә

Районда иң мөһим ауыл хужалығы кампанияларының береһе – урып-йыйыу эштәре аҙағына яҡынлаша. Әле иген культуралары 63650 гектарҙа сабылған, 56850 гектарында урып-һуғылған, был иһә 80 процент тәшкил итә. Гектар ҡеүәте – 7,9 центнер, тулайым йыйым – 44652 тонна. ленин исемендәге АХК, “Р.Яхин”, “Р.Рәсүлев”, “А.Суханов”, “С.Касьянов”, “В.Землянский” КФХ-лары ураҡты тамамланы.

Районда иң мөһим ауыл хужалығы кампанияларының береһе – урып-йыйыу эштәре аҙағына яҡынлаша. Әле иген культуралары 63650 гектарҙа сабылған, 56850 гектарында урып-һуғылған, был иһә 80 процент тәшкил итә. Гектар ҡеүәте – 7,9 центнер, тулайым йыйым – 44652 тонна. ленин исемендәге АХК, “Р.Яхин”, “Р.Рәсүлев”, “А.Суханов”, “С.Касьянов”, “В.Землянский” КФХ-лары ураҡты тамамланы.
“Р.Ишмуллин” КФХ-һында, “Урал аръяғы-Агро” МТС-ының Баймаҡ филиалында һәм ҡайһы бер фермер хужалыҡтарында ла урып-йыйыу эштәре аҙағына яҡынлаша. Татлыбай ауылынан Радик Исҡужа улы Ишмуллин етәкләгән фермер хужалығы районда ҡеүәтле предприятиеларҙан һанала. ныҡлы матди-техник базаға эйә булған КФХ ауыл хужалығы кампанияларын дәррәү алып бара, алға аныҡ маҡсаттар ҡуйып эшләй. Урып-йыйыу кампанияһын да предприятие ойошҡанлы тамамлай.
Быйыл “Р.Ишмуллин” КФХ-һының сәсеү майҙандары 700 гектарҙы биләп, шуның 342 гектарын арпа, 228 гектарын бойҙай, 100 гектарын һоло һәм 40 гектарын кәрешкә тәшкил итте. Йылдың ауыл хеҙмәтсәне өсөн ауыр килеүенә ҡарамаҫтан, хужалыҡ йылына күрә ярайһы уңыш үҫтереп алды, гектар ҡеүәте уртаса 6,8 центнер тәшкил итте. Иген культураларын яҫмаға һалыуҙа ЖВЗ-7 урғысында Ислам Биктимеров, урып-һуғыуҙа ДОн-1500 Б комбайндарында Әмир Мөхәмәтов һәм Ғәлим Юланов, ашлыҡты ташыуҙа водитель Илдар Зәйнуллин һынатманы, ысын хеҙмәт ҡаһарманлығы күрһәтте. Механик Рәйес ноғоманов һәм иретеп йәбештереүсе Азат Ҡунаҡҡолов ураҡсылар звеноһының өҙлөкһөҙ эшләүен тәьмин итте.Уларҙың фиҙаҡәр хеҙмәте менән әле ураҡ эштәре һуңғы гектарҙарҙа алып барыла.
Баҫыу батырҙарын тәмле аш-һыуы менән һөйөндөргән ашнаҡсы Рәйсә Ҡасҡынова, водитель нур Ғүмәров дөйөм уңышҡа үҙ өлөшөн индерҙе. Ураҡ эштәре менән бер рәттән, баҫыуҙарҙа һаламды преслау һәм уны фермаға ташыу ҙа ойошторолған, был тәңгәлдә механизаторҙар Фәтих Дауытов, Зөфәр Кирамов һәм Марат Рәшитовтың хеҙмәте маҡтауға лайыҡ. Әйткәндәй, хужалыҡ ҡышҡа етерлек мал аҙығы тупланы – барлығы 620 тонна бесән, 160 тонна фураж әҙерләнгән, бөгөнгә 120 тонна һалам ташылған. Базалар ҙа күптән малды ҡабул итергә әҙер. Бер үк ваҡытта “Р.И. Ишмуллин” КФХ-һы киләһе уңыш тураһында хәстәрлек күрә, яңы уй-ниәттәрҙе бойомға ашырыу өҫтөндә эшләй. Был уларҙың көндәлек эшендә сағылыш таба.

Автор фотоһы.
Читайте нас: