Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
30 Август 2020, 18:30

Эсмә, тартма, алама ғәҙәттәргә ылыҡма!

Иҫке Сибай ауылында шундай темаға арналған кәңәшмә-семинар үтте.#АйыҡауылИҫкеСибай2020#

Эскелек кешелеккә янаған иң ҡурҡыныс афәттәрҙең береһе булып тора. Башҡортостанда иғлан ителгән "Айыҡ ауыл" конкурсы ошо бәләгә ҡаршы ҡоролған программаларҙың береһе. Иҫке Сибай ауылы халҡы быйыл сәләмәт тормош яҡлы конкурсҡа әүҙем ҡушылды. Мәҙәниәт йортонда "Эсмә, тартма, алама ғәҙәттәргә ылыҡма" исемле кәңәшмә-семинар үтте. Инеш һүҙ менән, ауыл хакимиәте башлығы булараҡ, үҙем сығыш яһап, конкурстың үҙенсәлектәре тураһында таныштырып үттем. Ауылдағы эскелеккә ҡаршы үткәрелгән саралар, полиция хеҙмәткәрҙәре һәм дружинниктар менән ойошторолған рейдтарҙың һөҙөмтәләре менән таныштырҙыҡ.
Алкоголь эсемлектәрҙең кеше организмына кире йоғонтоһо тураһында врач Марсель Батталов мәғлүмәт бирҙе. Мәктәп директоры Сәлих Рафиков, балалар баҡсаһы мөдире Гөлшат Тулыбаева, сәнғәт мәктәбе директоры Айнур Туҡтаев үҙҙәре етәкләгән коллективтарҙа, эскелек һәм наркоманияға ҡаршы алып барылған профилактик эштәр тзраһында һөйләне.
Проблемалы ғаиләләр, насар ғәҙәткә һалышҡан ауылдаштарға ҡарата ҡоролған саралар тураһында ауыл старостаһы Зөһрә Ғәйнуллина, ағинәй Флүрә Алсынбаева әйтеп үттеләр.
Һәр бер сығыш яһаусы, тыңлаусылар тарафынан бирелгән һорауҙарға тулы яуап бирҙе.
Семинарҙың икенсе бүлегендә алдағы айҙарға яңы пландар һәм йөкләмәләр алынды. Эскелеккә ҡаршы көрәшкә, яңы һайланған ҡоролтай рәйесе Өлфәт Ғәлиәхмәтов һәм ветерандар советы рәйесе Сабирйән Байназаров та үҙҙәренең тос өлөшөн индерерҙәр, тигән ышаныста ҡалабыҙ.
Хөрмәтле ауылдаштар! Сәләмәт тормош алып барыу тәү сиратта үҙебеҙ өсөн мөһим. Шуның асылын аңлап, республика буйынса иғлан ителгән "Айыҡ ауыл" конкурсында әүҙем ҡатнашайыҡ.
Сибай Утарбаев,
Сибай ауыл биләмәһе башлығы.
Читайте нас: