Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
23 Август 2020, 13:46

Спортты юлдаш иткән ишбирҙеләр

Футбол майҙанына өс команда сыҡты.

Ишбирҙе ауылында элек-электән спортҡа һөйөү йәшәй. Шашка, волейбол, саңғы, еңел атлетика һәм башҡа ярыш төрҙәре киң үҫешкән бында. Ауылда уҙған быуаттың 90-сы йылдарында ойошторолған "Әлимсат" футбол командаһы районда иң көслөләрҙән һаналды. Зона, район, республика кимәлендә уҙған төрлө ярыштарҙа еңеү яулап, баймаҡтарҙың данын арттырҙы. Бөгөн иһә был спорт төрөн тергеҙеү маҡсатында эш алып барыла. Ошо көндәрҙә ишбирҙеләрҙең олоһо ла, кесеһе лә ҙур майҙанға йыйылды. Тәүҙә урындағы йәштәр ҡоролтайы рәйесе Ғ. Дәүләткилдин башланғыс класс уҡыусыларына футбол уйнау серҙәрен өйрәтеү буйынса күнекмәләр уҙғарҙы. Улар өсөн ҡапҡаға туп индереү, түңәрәктә тороп "пас" биреү кеүек тәүге оҫталыҡ дәрестәре үтте.
Был көндә лә әлимсаттар футбол майҙанына сыҡты. Шуның менән улар был спорт төрөнә булған һөйөүҙәрен белдереп, йәштәргә өлгө күрһәтте.
Ә уйын был көндө ысынлап та бик сәмле барҙы. Шулай булмай ни! Ярыш бит өс команда араһында барҙы! Шуның менән ауылда тағы ла бер матур йола тергеҙелде.
Спортты юлдаш итеп алған ишбирҙеләргә "Афарин! " тиергә генә ҡала.
Читайте нас: