Бөтә яңылыҡтар
23 Август 2020, 22:45

Күгиҙелдәрҙең сауаплы эштәре

Күгиҙел ауылы халҡы берҙәм, дәррәү генә сығып зыярат ҡоймаларын заманса профнастилға алыштырып та ҡуйҙы.

Күгиҙел ауылы халҡы берҙәм, дәррәү генә сығып зыярат ҡоймаларын заманса профнастилға алыштырып та ҡуйҙы. Тимер, бағаналар алыу өсөн ауыл халҡы, ҡырҙа йәшәгән ауылдаштарыбыҙ күмәкләп аҡса йыйҙы. Өмәгә уҡыусы малайҙарҙан алып һикһәнгә етеп барған олатайҙар ҙа ситтә ҡалманы. Ҙур сауаплы эш башҡарғанда, Аллам үҙе лә ярҙам иткәндер. Эштәре ыңғай ғына барып, кисә башланған өмә әлеге мәлдә тамамланыуға яҡынлай.
Шундай сауаплы эштә ҡатнашҡан ауылдаштарымдың барыһына ла рәхмәт белдерәм, тип беҙгә хәбәр итте Күгиҙел ауылы китапханасыһы Әлиә Дауытбаева.
Читайте нас: