Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
18 Август 2020, 13:20

Иҫке сибайҙар - сәләмәт тормош яҡлы

"Айыҡ ауыл - 2020" конкурсы старт алыу айҡанлы, Иҫке Сибайҙа төрлө саралар старт алды. Ошо көндәрҙә ауыл хәкимиәте башлығы кубогына мини-футбол буйынса ярыш үтте.

"Айыҡ ауыл - 2020" конкурсы старт алыу айҡанлы, Иҫке Сибайҙа төрлө саралар старт алды. Ошо көндәрҙә ауыл хәкимиәте башлығы кубогына мини-футбол буйынса ярыш үтте. Ир-егеттәр араһында өс команда көс һынашты. С.Рафиков етәкләгән мәктәп коллективы ир-егеттәрҙын тыш уйынға ҡатын-ҡыҙҙарҙан тупланған тағы ла ике команда сығарҙы. Гүзәл заттар үҙ-ара көс һынашты. Уйындар бик ҡыҙыу барҙы. Яуып торған ямғыр ҙа ярышта ҡатнашыусыларҙың дәртен баҫа алманы. Киреһенсә, уйын бик сәмле барҙы.

Тәнәфес мәлендә Айнур Туҡтаевтың йырҙары, Г. Нураева башҡарыуында мандолина моңдары ағылып торҙо. Баш судья һәм ойоштороусыларҙың береһе булып торған Ф.Ирмәков ярыш барышын бик ғәҙел баһаланы. Кубокты быйыл "Бастион" командаһы яуланы. Икенсе урында йәштәрҙең йыйылма командаһы, өсөнсө урынға мәктәп коллективы сыҡты. Иң яҡшы һөжүмсе һәм яҡлаусылар айырым грамоталар менән бүләкләнде.

Ярышты үткәреүҙә ярҙам итеүселәргә һәм тоғро көйәрмәндәргә ҙур рәхмәт! Иҫке Сибайҙар сәләмәт һәм айыҡ тормош яҡлы!

Гөлназ Исмәғилова.

Читайте нас: