Һаҡмар
-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
13 Август 2020, 16:53

Ассоциация эште әүҙем башланы

Билдәле булыуынса, быйыл йыл башында йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүсе фермер һәм шәхси хужалыҡтарҙың тәҡдиме менән Баймаҡта Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ревнер Байтуллин “түңәрәк өҫтәл” артында һөйләшеү үткәргәйне. Унда бөгөнгө көндөң иң актуаль проблемаларының береһе – башҡорт атын тоҡом булараҡ һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү мәсьәләһе ҡаралды.

Районда башҡорт тоҡомло атты һаҡлау буйынса тәүге аҙымдар яһалды

Билдәле булыуынса, быйыл йыл башында йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүсе фермер һәм шәхси хужалыҡтарҙың тәҡдиме менән Баймаҡта Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ревнер Байтуллин “түңәрәк өҫтәл” артында һөйләшеү үткәргәйне. Унда бөгөнгө көндөң иң актуаль проблемаларының береһе – башҡорт атын тоҡом булараҡ һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү мәсьәләһе ҡаралды.
Аҫыл егеттәрҙең күптәрҙе борсоған был проблеманы күтәреүе юҡҡа түгел. Сөнки ҡәрҙәш халыҡтың беҙҙең башҡорт тоҡомло йылҡыны, хатта милли музыка ҡоралыбыҙ - ҡурайҙы, арҙаҡлы шәхестәребеҙҙе “үҙҙәренеке итергә тырышыуы” һарыуҙы ҡайната, милләттәштәребеҙҙең асыуын ҡуптара. Шул уҡ ваҡытта башҡорт атынының тоҡомон яҡшыртыу, уны көтөүҙә тәртип булдырыу, аныҡ иҫәбен алыу, был мәсьәләне дәүләт кимәленә күтәреү ҙә күптән инде өлгөрөп еткән мәсьәлә.
Тап бына ошондай актуаль проблемаларҙы күтәреп сығып, йылҡысылар мәсьәләне Урал аръяғы кимәленә күтәрҙе һәм Башҡортостан етәкселегенең иғтибарын йәлеп итте. Ошо маҡсатта февраль айында Әбйәлил районында төбәк йылҡысылары менән Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов шәхсән үҙе осрашып, ҙур кәңәшмә үткәрҙе. Уның эшендә Башҡортостандың Ветеринария идаралығы, “Аҡбуҙат” йылҡысылыҡ һәм ат спорты буйынса компетенция үҙәге етәкселәре һәм белгестәре ҡатнашты һәм сығыш яһаны.
Билдәле, кәңәшмәлә баймаҡтар иң әүҙем ҡатнашыусы төбәк булды һәм республиканың вице-премьерына үҙҙәрен борсоған проблемаларҙы еткерҙе, аныҡ талаптар ҙа ҡуйҙы.
Ошо сәфәрҙән ҡайтҡас, баймаҡтар тағы ла әүҙемерәк эшкә тотондо. Йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүселәр бер нисә тапҡыр район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов янына кәңәшмәгә йыйылды, башҡорт тоҡомло йылҡыны һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү маҡсатында айырым ассоциация булдырырға ҡарар сығарҙы. Быйыл июль айында Моҫтай ауылында “Фәнис Кәримов” КФХ-һының туристик базаһында йыйылыш үткәрелеп, “Ирәндек” ассоциацияһы барлыҡҡа килде. Ойошманың уставы ҡабул ителде, ассоциацияның рәйесе итеп Иҫке Сибай ауылынан билдәле фермер Алмас Шөгөров һайланды.
Шуныһы һөйөнөслө, яңы ойошма тәүге көндәрҙән үк ең һыҙғанып эшкә тотондо. Үткән йәкшәмбе иһә махсус комиссия төҙөлөп, район ауылдарында башҡорт тоҡомло айғырҙарҙан ҡан алыу һәм бонитировкалау (сифат яғынан баһалау) үткәрелде. Комиссия составында “Аҡбуҙат” ипподромының зоотехник-эксперты, республика кимәлендә танылған белгес Әкрәм Хөсәйенов, беҙҙең райондан билдәле белгес һәм эксперт Миңнур Яратова, Башҡортостан ғилми-тикшеренеү ауыл хужалығы институтында йылҡысылыҡ эше менән оҙаҡ йылдар шөғөлләнгән ғалим Юлай Кинйәбаев, фотограф Фәнил Ирмәков һәм ассоциация рәйесе Алмас Шөгөров эшләне.
Бер көндә комиссия Моҫтай, Моҡас, Күсей, Басай, Ғәҙелбай, Татлыбай, Иҫке Сибай, Темәс, Һәмән ауылдарында булып, 30 баштан ашыу айғырҙан ҡан алды, уларҙың тоҡом яғынан сифатына баһа бирҙе. Хатта күрше Йылайыр һәм Әбйәлил райондары ла был мөҡәддәс эшкә ҡушылды – аттарын үҙҙәре алып килде. Әйткәндәй, комиссия ағзалары чип ҡуйылмаған аттарҙы тамғалау эшен дә бер юлы алып барҙы.
Алынған материал (ҡан) Рязань ҡалаһындағы йылҡысылыҡ буйынса ғилми-тикшеренеү институтына ебәрелде. Тап ошо ведомство ҡан буйынса сифат кимәлен билдәләп, тейешле ҡарар сығара.
-Йылҡы тотоусы егеттәрҙең рухлы булыуҙары, был тармаҡ менән маҡсатлы шөғөлләнеүҙәре, сифатлы продукция етештереүҙәре ҡыуандырҙы, - ти танылған эксперт Миңнур Яратова. - Комиссияға ла улар тоҡом яғынан сифатлы, башҡорт атына хас төҫлө булған айғырҙар тәҡдим итте. Тәүге эшебеҙ бик уңышлы килеп сыҡты һәм уны артабан да дауам итергә кәрәк.
Һис шикһеҙ, “Ирәндек” ассоциацияһы бик мөҡәддәс эште башланы һәм ул башҡорт тоҡомло йылҡыны сифат яғынан һаҡлап ҡалыуҙы күҙ уңында тота. Ә инде ошо комиссияны үтеп, тейешле баһа алған айғырҙарға тоҡомсолоҡ таныҡлығы бирелә, улар айырым каталогҡа индерелә, билдәле, һатҡанда уларҙың хаҡтары ла юғары була. Уларҙан тыуған ҡолондарға ихтыяж һәр саҡ ҙур. Тимәк, был алым үҙен бар яҡлап аҡлаясаҡ.
Алмас Шәфҡәт улы билдәләүенсә, айғырҙан ҡан алыу һәм бонитировка үткәреү артабан да әүҙем дауам итәсәк. Шуның нигеҙендә киләсәктә беҙҙең районда тейешле документтары булған башҡорт тоҡомло йылҡы үрсетеүсе хужалыҡтар булдырыу маҡсат итеп ҡуйыла. Шул уҡ ваҡытта ассоциация районда традицион ат ярыштары, “Ылаҡ” уйыны, ҡымыҙсылар бәйгеһен үткәреү буйынса әҙерлек эштәре алып бара.
Азамат Мөхәмәтшин.
Читайте нас: